Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
26 Ноябрь 2018, 12:28

Радий Хәбиров: “Халыҡ тормошон һиҙелерлек яҡшытыу өсөн алты йылда 28 триллион һум аҡса бүленәсәк, эш хаҡы, пособиелар, һаулыҡ һаҡлау һәм мәғарифтың сифаты яҡшырасаҡ”.

Үткән шәмбе Рәсәй Президенты Владимир Путин Ялтала Дәүләт советы президиумының киңәйтелгән ултырышын үткәрҙе. Кәңәшмә рәсми булмаған шарттарҙа (бөтәһе лә галстукһыҙ ине) ойошторолһа ла, унда бик мөһим мәсьәләләр ҡаралды һәм ил башлығының май указдары менән илдең 2024 йылға тиклемге дәүләт үҫешенең стратегик маҡсаттары һәм бурыстары тикшерелде.

Ил етәксеһе һаулыҡ һаҡлау, мәғариф һәм инфраструктура йүнәлештәрендә ныҡлы алға китеш кәрәклеген һыҙыҡ өҫтөнә алды. “Беҙ учреждениеларҙа түгел, ә кешеләр йәшәгән урындарҙа: ҡалаларҙа, ҡасабаларҙа, ауылдарҙа аныҡ һөҙөмтәләргә өлгәшергә тейешбеҙ. Беҙгә кешеләрҙең был үҙгәрештәрҙең ҡағыҙҙа, отчёттарҙа түгел, ә ысынбарлыҡта күреүе кәрәк”.


Кәңәшмәнән сыҡҡас, Радий Хәбиров социаль селтәрҙәрҙеге үҙ сәхифәһенә: “Рәсәй Президентының 2024 йылға тиклемге милли проекттары. Был турала һәр кемебеҙгә (шул иҫәптән, дүрт балама ла) нисек еткерегә, был фекерҙе нисек барыһының да күңеленә һалырға? Уларҙың [проекттарҙың] мөһимлеген әлегә аңлап та етмәйҙәр, ләкин мин шуға инанғанмын – алға барыу, ил менән алға көслө ынтылыш эшләү өсөн иң кәрәкле мөмкинлектәр улар!!!” – тигән яҙма ҡуйҙы.

Башҡортостан Республикаһы Башлығы вазифаһын башҡарыусы алты йылда бүленәсәк 28 триллион һум халыҡтың тормошон: эш хаҡтары, пособиелар, сифатлы һаулыҡ һаҡлау һәм мәғариф, мәҙәниәт, спорт, саф әйләнә-тирәләге мөхит һәм беҙҙе борсоған һәр береһе бөтәһенә лә асыҡ күренерлек яҡшырасағына ышанысын белдерҙе.


Республика етәксеһе: “Был аҡсаларҙың урланыуына юл ҡуймаясаҡбыҙ, был йәһәттән һеҙҙең ярҙамығыҙ кәрәк буласаҡ”, – тип, яҡташтарына мөрәжәғәт итте.

Төбәк халҡының тормошон яҡшыртыу йәһәтенән һәйбәт башланғыстарға нигеҙ һалынды ла инде. Халыҡҡа медицина ярҙамы күрһәтеү, транспорт менән файҙаланыу, тәбиғәт байлыҡтары етештергән өсөн лицензиялар биреү, кесе эшҡыуарлыҡты үҫтереү һымаҡ мөһим тармаҡтар контролгә алынды.
Читайте нас: