“Росавтодор” Өфө-Аэропорт юлында Ағиҙел аша яңы күпер төҙөү мәсьәләһенең хәл ителеүен белдерҙе. Юл һәм транспорт мәсьәләләре буйынса халыҡ-ара форумда Башлыҡ вазифаһын башҡарыусы Радий Хәбиров бик һөҙөмтәле һөйләшеүҙәр алып барғайны.Ағиҙел аша яңы күпер төҙөү ифрат көнүҙәк мәсьәләләрҙән иҫәпләнә. Былтыр бындағы тиҫтәләрсә километрға һуҙылған тығындарҙы берәү ҙә онотмағандыр әле. Иҫке күперҙе өс аҙнаға ябыу аҙаҡ һигеҙ айлыҡ оҙайлы ремонтҡа әйләнде. Күперҙе тағы күпме ямаштырырға мөмкин, был хаҡта берәү ҙә аныҡ белмәй. Ә бына яңы күпер төҙөү юл-транспорт мәшәҡәттәрен хәл итеүҙә ҙур әһәмиәткә эйә булыуы бик ихтимал.