Белгестәр билдәләүенсә, дәүләт сәйәсәтендә айыҡ йәшәү рәүеше кампания түгел, ә даими, йылдар буйы үткәрелергә тейешле сара. Рейтинг менән танышҡандан һуң ҡыҙыҡлы ғына миҫалдарға тап булырға мөмкин. Ҡаф тау төбәге республикалары өлгө күрһәтә, хәмерһеҙ йәшәү мөмкинлеген раҫлай. Шуғалыр, Рамзан Ҡадыров етәкләгән Чечен Республикаһы беренсе урында. Уларҙың күршеһе Ингушетия – икенсе, өсөнсө урында – Дағстан. Рәсәйҙең үҙәктә урынлашҡан төбәктәрендә эскелек көслө һәм афәткә әйләнеп бара. Ырымбур өлкәһе 22-се, Пермь крайы – 74-се, Силәбе өлкәһе 49-сы урындарҙы биләй. Алда әйтеүебеҙсә, Башҡортостан 32-се, ә Татарстан 42-се. Был рейтингтың аҙағында Ненец автономиялы округы, Магадан өлкәһе һәм Чукотка.