Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
26 Ноябрь 2018, 19:03

Бәхет өсөн күп кәрәкмәй. Өфөләргә нибары 169 мең һум етә.

Эксперттар Рәсәйҙең миллиондан ашыу кеше йәшәгән егерме өс ҡалаһында урамда: “Һеҙгә бәхетле йәшәү өсөн ай һайын нисә һум аҡса кәрәк?” тигән һорау алыу үткәргән.

Иң нәфселе халыҡ алыҫ Владивостокта йәшәй икән. Уларға бәхет өсөн 208 мең һум таман булыр ине. Ә бына мәскәүҙәр үҙҙәренең бәхетле тормошон 207 мең һумға баһалаған. Ә Дондағы Ростов ҡалаһыныҡылар өсөн 203 мең һум етәсәк. Ҡыуанырғамы, әллә ҡайғырырғамы, Өфөлә йәшәүселәр үҙҙәренең бәхетле йәшәүен Мәскәү, владивостоктарға ҡарағанда, буйтым баҫалҡы баһалай, улар 169 мең һумға риза һәм Рәсәй кимәлендә 11-се урынды биләй. Ә бына Ҡаҙанда һәм Санкт-Петербургта йәшәүселәр үҙҙәренең бәхетле тормошон беҙҙәгеләргә ҡарағанда ла арзаныраҡ баһалай. Ә Ырымбурҙа йәшәүселәр иң аҙаҡҡы урында. Тимәк, уларға аҡса ла әҙерәк талап ителә. Күптәргә мәғлүм, көнөнә икешәр-өсәр миллион, йылына миллиард һумдан ашыу эш хаҡы алған топ-менеджерҙар бар. Уларҙың күләгәһендә өфөләрҙең 169 меңе, әлбиттә, бик ҡыҙғаныс күренер, ләкин бындай эш хаҡын алыусылар беҙҙә бар, тик улар күп түгел.Тормош алға бара, бәлки оҙаҡламай беҙҙең хыялдарыбыҙ тормошҡа ашыр. Тик, үкенескә, әйберҙәрҙең дә хаҡы шул нисбәттә юғарыраҡ булыр.
Читайте нас: