Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
23 Ноябрь 2018, 17:26

Татьяна Голикова өсөн Рәсәйҙә коррупция юҡ.

Татьяна Голикова өсөн Рәсәйҙә коррупция юҡ. Әллә мәскәүҙәр беҙҙә түгел, донъяның икенсе илендә йәшәйҙәрме икән? Рәсәй Хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары Татьяна Голикова күптән түгел “Рәсәй-24” телеканалына күләмле генә интервью бирҙе. Әгәр ентекләп тыңлаһаң, ғибрәтле һәм ҡыҙыҡлы фекерҙәр ишетергә мөмкин. Баҡ тиһәң, быға тиклем Рәсәйҙең Иҫәп палатаһына етәкселек иткән абруйлы ханым беҙҙең илдә триллиондарса һум ҡаҙна аҡсаларының маҡсатһыҙ һәм һөҙөмтәһеҙ файҙаланылыуын шик аҫтына ҡуя, имеш. Уның фекеренсә, Рәсәйҙә коррупция ысын мәғәнәһендә ялған һәм әкиәт.

“Миңә коррупция менән көрәш бара, тип әйтһәләр, яуап урынына, минең көлкөм килә. Булмаған эш менән нисек көрәшмәк кәрәк?” – тип аптыранды Мәскәү уртаһында ике-өс мең квадрат метрлы йортонда йәшәп ятыусы чиновник. Уның фекеренсә, коррупцияға ҡаршы көрәшеүҙең, йәнәһе, бер мәғәнәһе лә юҡ. Голикова Иҫәп палатаһына яңынан әйләнеп ҡайтырға теләй һәм ҡаҙна аҡсалары һағында бик уяу торорға теләүе хаҡында белдерә. “Чиновниктар ғәйәт ауыр, ифрат нәфрәтле шарттарҙа эшләй. Әлбиттә, ҡайһы ваҡыт уларҙың һәйбәт автомобиль, сит илдә йорт һатып алғылары килә. Рәсәйҙә, йәнәһе, бюджет аҡсаһын бүлешеү бара, тигән миҫалдарға ла бармаҡ аша ҡараясаҡбыҙ”, – ти юғары дәрәжәле ханым. Татьяна Голикова раҫлауынса, юғарыла һаналған миҫалдарҙы коррупцияға индерергә ярамай.


Беҙгә ҡалһа, чиновник Рәсәй Президенты Владимир Путиндың Федераль Йыйылышҡа мөрәжәғәт менән сығыш яһауын тыңламаған һәм коррупция – илдең төп зыяндарының береһе, тип иғлан итеүен ишетмәгән. Һығымтаны иһә, хөрмәтле уҡыусылар, үҙегеҙ яһағыҙ.
Читайте нас: