Үткән бер ай эсендә Радий Хәбиров ун бер кәңәшмә, туғыҙ эш осрашыуы үткәргән, йөҙҙәрсә ябай халыҡ менән осрашҡан. Бынан тыш, төрлө тармаҡта республика кимәлендә ун биш яңы етәксе тәғәйенләгән. Элекке хакимиәттән айырмалы, Радий Хәбиров кабинета ғына ултырып, идара итеүсе Башлыҡ түгел. Ул һәр шәмбе һәм йәкшәмбе, тип әйтерлек, республика буйлап йөрөгән һәм туғыҙ районға эш сәфәре менән барған. Әйткәндәй, бындай эш режимы әлегә күпселек етәкселәр өсөн ят тип әйтергә мөмкин. Сөнки, үкенескә ҡаршы, ҡайһы бер етәкселәр республика райондарына һәм ҡалаларына барып, халыҡтың йәшәйеше менән танышыу, проблемаларҙы хәл итеү һымаҡ эштәрҙе үҙҙәре өсөн ауыр мәшәҡәт тип иҫәпләй.
Яңы етәксе Рус академия драма театрында спектакль ҡараған, концертта булған һәм бер һәйкәл асыуҙа ҡатнашҡан. Мәғлүмәт саралары билдәләүенсә, Радий Фәрит улы Рәсәйҙә билдәле карикатура оҫтаһы Камил Буҙыҡаевтың һүрәттәре күргәҙмәһе менән танышып, бөтәһен дә ғәжәпкә ҡалдырҙы. Күргәҙмәлә Башлыҡ вазифаһын башҡарыусы һүрәттәр оҫтаһы менән йылы әңгәмә ҡорҙо, бүләк сифатында бер һүрәт алды. Быға тиклем урындағы властарға ҡарата күпмелер кимәлдә оппозицияла иҫәпләнгән карикатура оҫтаһы республика етәксеһе менән танышыуҙан ифрат ҡәнәғәт булыуын билдләне.