Әлеге ваҡытта ошондай законһыҙ эшләгән ҡырҡлап карьер иҫәпләнә. Республиканың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы 2017 йылда таш карьерҙарын эшкәртеүгә нибары 110 миллион һумлыҡ лицензия биргән, ә таш һатыуҙан эшҡыуарҙар миллиардтарса һум табыш алған. Уларҙан һуң емерелгән юлдар һәм күперҙәр, тиҫтәләрсә гектарҙа ҡалдыҡ таш өйөмдәре генә ҡалған.
– Ябай ғына итеп әйткәндә, Баймаҡ районын талайҙар. Килеп тыуған хәлде ентекләп өйрәнгәндән һуң беҙ Хөкүмәттең махсус эшсе төркөмөн төҙөйәсәкбеҙ. Карьерҙарҙы беҙ икенсе төрлө, тик республика мәнфәғәтендә эшкәртәсәкбеҙ. Һалымдан ҡасыу, лицензияларҙы законһыҙ биреү, юлдарҙы боҙоу иҫәбенә республика аҙ ғына аҡса ала, – тип яҙҙы республика етәксеһе социаль селтәрҙәрҙә. Бер нисә аҙна үтте, ләкин тармаҡ министрлығында проблемаларҙы хәл итерлек юлдарҙы таба алманылар. Сөнки быға тиклем тәбиғәт байлыҡтарын файҙаланыусыларҙың эшен берәү ҙә контролдә тотмаған. Бындай осраҡта иң юғары кимәлдә ойоштороу мәсьәләһе кәмселекте хәл итеүҙең берҙән-бер юлы булып тора. Министр вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы итеп Баймаҡ егете Мирхәйҙәр Фәтҡуллин тәғәйенләнде.