Үкенескә ҡаршы, ҡайһы бер полицейскийҙарҙың закон боҙоуҙары, енәйәткә юл ҡуйыуы, мундир сафлығына тап төшөрөүҙәре үҙ вазифаларына намыҫлы ҡараған күпселектең эшен юҡҡа сығарырға тейеш түгел. Үткән ял көндәрендә республика етәксеһе төньяҡ-көнсығыш төбәктә Эске эштәр хеҙмәткәрҙәре менән рәсми булмаған шарттарҙа осрашты һәм октябрь аҙаҡтарында булған күңелһеҙ ваҡиға айҡанлы, социаль селтәрҙәрҙә үҙенең фекерен белдерҙе. “Бөгөн уларҙың һөнәри байрамдары. Ләкин йөҙҙәре бик үк шатлыҡлы түгел. Бер нисә “коллега”ларының яман эше бөтә Рәсәйгә яңғырағандан һуң улар тарафына ниндәй генә тәнҡит һүҙҙәре ишетелмәй. Уларға ҡарайым да, ауыр тормош, аҙ эш хаҡы иҫәбенә хеҙмәт күрһәтеүсе кешеләр тураһында уйлайым. Әгәр беҙ бөгөн уларға теләктәшлек күрһәтмәһәк, ауыр ваҡытта кемдәргә ярҙам һорап мөрәжәғәт итербеҙ? Әлбиттә, уларҙың сафтарында тәртип күберәк булырға тейеш, ләкин эҙәрлекләүҙе лә туҡтатырға һәм кешеләрҙең тормошо яҡшырһын өсөн ҡулға-ҡул тотоношоп эшләргә ваҡыт!”