Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
8 Ноябрь 2018, 19:55

Башлыҡтан бүләктәр килде

Бынан бер нисә аҙна элек Башҡортостан Башлығы вазифаһын башҡарыусы Радий Хәбиров Әбйәлил районының Йәнекәй ауылында биш йәшлек Рамаҙан исемле малай менән танышып ҡайтҡайны. Башлыҡ менән малайҙың фотоһүрәте донъя күрмәгән матбуғат сараһы ҡалмағандыр. Малай шул арала Башлыҡтан “Киндер-сюрприз” һорарға ла өлгөргән.

Малайҙың әрһеҙлеге аптыратһа, Башлыҡтың ябайлығы тамам таң ҡалдыра. Күптәр танышлыҡ ошо кимәлдә тамамланыр тип көткәндер. Һис тә улай түгел. Күптән түгел Рамаҙан йәшәгән өйҙөң ишеген тағы ла шаҡынылар. Был юлы юлаусылар Рамаҙан менән уның һеңлеһенә республика етәксеһенән бүләктәр ҡалдырып китте. Әлбиттә, шоколад-кәнфит кенә түгел. Рамаҙан хәҙер көнө-төнө Өфөнән килгән ағай бүләк иткән конструктор менән уйнай, хатта йоҡлағанда ла үҙе менән алып ята икән. Ә өс йәшлек һеңлеһенең дә эштәре көйлө – уға бүләккә ҡурсаҡ ебәргәндәр.

Беҙ етәкселәрҙе ҡәтғи, талапсан, хатта ҡырыҫ ҡарашлы итеп күҙ алдына баҫтырып өйрәнгәнбеҙ. Бәлки, етешһеҙлектәр булһа, һаулыҡ һаҡлау алама ойошторолһа, транспорт насар йөрөһә, юлдар сифатһыҙ төҙөлһә, башҡаса мөмкин дә түгелдер. Ошо юҫыҡта малай менән ҡыҙға ебәрелгән ябай ғына бүләктәр артыҡ та һымаҡ тойолор. Етәкселәр ҙә кеше бит. Уларҙың төп бурысы – кешеләрҙең тормошон яҡшыртыу, йәшәйеште еңеләйтеү. Ошо күҙлектән ҡараһаҡ, Йәнекәйҙә йәшәүсе малай менән ҡыҙға бүләк ителгән уйынсыҡтар кешеләргә булған ябай ғына иғтибарҙың өлгөһө генә. Күренеп тора, яңы Башлыҡ ең һыҙғанып, ваҡыты менән хатта дәртләнеп тотондо. Тормошобоҙҙағы кәмселектәрҙе белә, уларҙы хәл итерлек команда туплана, тимәк, ыңғай яҡҡа үҙгәрештәргә нигеҙле өмөт бар.

Хатта ыңғай миҫалдар ҙа күҙгә салынып ҡала. Бер көн дауаханаға барырға тура килгәйне, шунда эшләүсе персоналды танымай торҙом. Барыһы ла эш менән мәшғүл, илке-һалҡы йөрөгәндәр күренмәй, бөтәһендә лә хәстәрлекле, ярҙамсыл ҡиәфәт, ярҙамсылдар. Оҙаҡ көттөрмәнеләр, ҡаранылар, ярҙам иттеләр. Тар белгесле тағы бер табип кәрәк ине, уныһы ике көндән була икән, ғәфү үтенеп, тағы ла килергә тәҡдим иттеләр. Кешегә күп кәрәкмәй. Бәләкәй генә иғтибар, ә күңел нисек күтәрелеп китә. Һәр ваҡыт шулай булһын ине.
Читайте нас: