Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
2 Ноябрь 2018, 15:22

Ниһайәт! “Әр-Рахим” мәсетен төҙөү дауам итәсәк.

Һуңғы көндәрҙең иң ҡыуаныслы хәбәре – Өфөлә мәсет төҙөлөшөнөң яңынан тергеҙелеүе. 2016 йылдың йәйендә заказсы менән төп инвесторҙың уртаҡ тел таба алмауы һөҙөмтәһендә мәсет төҙөлөшө туҡтатылғайны.

Европала иң матур дини ҡорамдарҙың береһе булырға тейеш мәсет төҙөлөшө Башҡортостандың беренсе Президенты, “Урал” хәйриә фонды етәксеһе Мортаза Рәхимов ихтыяры менән башланғайны. Тәүге осор, күңелдәрҙе ҡыуандырып, бындағы эштәр бик әүҙем барҙы. Ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә 2 миллиард һумдан ашыу аҡса һалынды. Ләкин төҙөлөш материалдарын ҡулланыу йәһәтенән бәхәстәр килеп сыҡҡас, етмәһә, заказсыларҙың аҡсаны бик үк урынлы тотонмауҙары асыҡланғас, бындағы эштәр туҡталып ҡалды. Хәҙер мәсет төҙөлөшөнә мөнәсәбәте булғандар уртаҡ тел тапҡан, заказсы һәм башҡарыусы билдәләнгән, “Урал” хәйриә фонды һәр ай һайын аҡса бүлеп торасаҡ. Был мәсьәләне Башҡортостан Республикаһы Башлығы вазифаһын башҡарыусы Радий Хәбиров та хупланы. Иман йортон төҙөүгә башҡа спонсорҙар ҙа ҡушылыр һәм үҙ өлөшөн индерер тип көтөлә. Фондтан белдереүҙәренсә, эштәрҙе тамамлау өсөн тағы ла 5-6 миллиард һум аҡса кәрәк буласаҡ.
Читайте нас: