Ошо арала Рәсәйҙең 45 аэропортына данлыҡлы һәм лайыҡлы шәхестәрҙең исемен биреү хаҡында тауыш биреү бара. Маҡсат изгенәндер. Шулай ҙа бер шик яралып ҡуя: атаҡлы шәхестең теге йәки был аэропортҡа ниндәй мөнәсәбәте бар? Әлбиттә, ул уны төҙөмәгән, һәр хәлдә, эштәргә идара итмәгән. Бында ара-тирә килеп төшөүен һәм осоп китеүен иҫәпкә алмағанда. Өфө аэропортына исем биреү мәсьәләһе бәхәсле төҫ ала бара. Әлеге исемлектең иң башында барған Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәрим дә, ике тапҡыр Советтар Союзы геройы Муса Гәрәев тә лайыҡлы шәхес. Тәүгеһе – атаҡлы шағир, аҡыл эйәһе, икенсеһе – Бөйөк Ватан һуғышы батыры, илһөйәрлектең сағыу өлгөһө. Иҫән саҡтарында икеһе лә бик яҡын, дуҫ һәм фекерҙәш булғаны мәғлүм. Хәҙер килеп, баҡый донъяға күскәс, кемдәрҙеңдер ихтыяры уларҙы бер-береһенә ҡаршы ҡуя. Икеһе лә баҫалҡы шәхес, был хаҡта ишетһә, йә, йәштәр нимә ҡылана инде тип, йылмайышып ҡына ҡуйыр ине. Ҡайһы бер авторҙар шағирыбыҙҙың исеменә, үҙҙәренсә “ҡыйыуланып”, нигеҙһеҙ, ләкин ауыр ғәйептәр ташламаҡсы. Уларҙың “дөрөҫлөгө” хәҡиҡәттән бик алыҫ ятҡанлыҡтан, һанап йәки баһалап тороуҙың хәжәте юҡ. Мостафа Сафа улы депутат, дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре булараҡ, үҙ ваҡытын һис йәлләмәй, ғүмере һәм ижад итәһе әҫәрҙәре иҫәбенә һәр ваҡыт кешеләргә ярҙам ҡулы һуҙҙы, ярҙамға мохтаж ҡәләмдәштәрен ҡурсалап торҙо. Кемдәр быны күргән, онотмағандыр.
Ғүмеренең һуңғы йылдарында Мостай ағай депутатлыҡ вазифаларынан да баш тартты. 1989 йылда СССР халыҡ депутатлығына тәҡдим ителгәс, исемлектән һыҙыуҙарын һорап, үҙе ғариза яҙа. СССР халыҡ депутаттары съездарының нисек ғауғалы һәм шау-шыулы барғанлығын халыҡ телевидение аша күрҙе. Шул ваҡыт Дағстандан депутат булып һайланған дуҫы Рәсүл Ғамзатов: “Мустай, ты – мудрый человек!” – тип телеграмма һуға. 1990 йылда Мостафа Сафа улы Рәсәй Федерацияһы Юғары Советына депутан булып һайланыуҙан да баш тарта:“Беҙҙең ваҡыт үтте инде, хәҙер йәштәр эшләһен”, – ти ул.
Бер әҙиптең һөйләгәне иҫтә: “Дүртөйлө ҡалаһында Мостафа Сафа улы менән замандашы, дуҫы, Башҡортостандың халыҡ шағиры Назар Нәжмигә һәйкәл асыу тантанаһында ҡатнашырға насип булды. Өфөгә ҡайтҡанда бер машинаға тура килдек. Шунда әйткәндәре иҫтә ҡалған:
– Шәймиевтән килеп киттеләр. Миңә Татарстандың халыҡ шағиры исеме бирергә теләйҙәр. Теге ваҡыт, бик ныҡышһалар ҙа, ҡәтғи төҫтә баш тарттым. Мин – башҡорт шағиры, татарса яҙылған бер әҫәрем дә юҡ, – тине ул.” Был хаҡта шағир көндәлектәрендә лә телгә ала.
Үҙе юҡтан файҙаланып, данлы шағирыбыҙға яҫҡыныусылар аптырата һәм уйландыра. Ни өсөн беҙ атаҡлы һәм мәшһүр шәхестәребеҙҙең ҡәҙерен үҙе иҫән саҡта түгел, хатта үлгәс тә, белмәйбеҙ икән?!
Шуныһы тынысландыра: ундайҙар күп түгел. Ә тауыш биреүгә килгәндә, һөҙөмтәне аҙсылыҡ түгел, күпселек хәл итәсәк. Ә күпселектең хаталаныуы шикле.
Шөкөр, аэропорт һынлы аэропортҡа исемен бирерлек шәхестәребеҙ бар. Мәшһүр шағирыбыҙ Шәйехзада Бабичтың, Советтар Союзы геройы Таһир Күсимовтың, йә булмаһа Урал батыр исеме лә йәтеш булыр ине. Тауыш биреү күрһәтер, бындай ҙур мәсьәләне бер-беребеҙҙе рәнйетмәй, Мостай Кәрим әйткәнсә, тәмһеҙләшмәй генә хәл итергә кәрәк. Рәсәйҙәге тағы ла 44 аэропорт үҙенә лайыҡлы исем ҡушыуҙы көтә. Тик улар быны мөнәсәбәт асыҡлау майҙанына әйләндермәй, тыныс ҡына хәл итә. Әйҙәгеҙ, беҙ ҙә уларҙан өлгө алайыҡ.