Кешеләр депутаттарҙан әүҙемлек көтә
Тик комиссия төҙөп кенә мәсьәләне хәл итеп буламы?
Башҡортостан Республикаһы Башлығы вазифаһын үтәй башлағас та, Радий Хәбиров иң беренселәрҙән булып, Өфө ҡалаһында пассажирҙарҙы хеҙмәтләндереү йәһәтенән етешһеҙлектәрҙе тәнҡитләп сыҡты. Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары бер нисә көн эсендә транспорт проблемаларын хәл итеү өсөн комиссия төҙөп, ултырыш үткәреп тә өлгөрҙө. Тик депуттарҙың күпселеге эш вазифаларын уңайлы кабинеттарҙа башҡара, ҡала буйлап та персональ машиналарҙа елдерә. Тик ас хәлен туҡ беләме һуң? Мәсьәләнең асылына төшөнөү өсөн ҡурҡыныс маршруткаларға ултырып, ҡала буйлап бер нисә туҡталыш үтеү ҙә етә. Был йәһәттән миҫал эҙләп йөрөйһө юҡ, республика Башлығы вазифаһын башҡарыусы Радий Хәбиров тап шундай өлгө күрһәтте лә инде. Уға баш ҡаланың райондары башлыҡтары ла ҡушылды. Ошо аҙнала Республика Башлығы вазифаһын башҡарыусы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары менән ике тапҡыр осрашты һәм улар алдында аныҡ бурыстар ҡуйҙы.
– Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай беҙҙең етәкселәр өсөн етди һынау урыны булырға тейеш, – тине Радиф Фәрит улы. – Һайлаусыларығыҙ һеҙҙән әүҙемлек көтә. Һеҙ уларҙың ярҙам һорап мөрәжәғәт иткән бер үтенесен дә яуапһыҙ ҡалдырырға тейеш түгелһегеҙ.
Башлыҡ вазифаһын башҡарыусы белдереүенсә, бер нисә көн эсендә социаль селтәрҙәр аша уның почтаһына ун меңдән ашыу мөрәжәғәт килгән. Депутаттар ғына түгел, төрлө кимәлдәге чиновниктар ҙа граждандар менән социаль селтәрҙәр аша әүҙем аралашырға тейеш. Әгәр кешеләр һеҙгә яҙа икән, тимәк, улар һеҙгә ышана һәм һеҙҙән ярҙам көтә.