Бөгөн тағы ла бер нисә эпизод, фекер өҫтәргә булып киттем. Беҙҙең унда төп бурыс һалдаттарҙың окоп тормошон күреп, һуғыш яланынан репортаж эшләү ине. Үҙ күҙең менән күреп, үҙ ҡолағың менән ишетеп, үҙ йөрәгең аша үткәреп. Башҡорт үҙ күҙе менән күрмәһә ышанмай, тигәндәй. Ҡасандыр Илья Эренбург, Константин Симоновтар беҙҙең башҡорт дивизияһында булып, яугирҙәребеҙҙең ысын батырлығын һүрәтләгән кеүек, минең дә, һалдаттар менән бергә дары еҫен еҫкәп, бер ҡаҙандан бутҡа ашағы килде. Ысынлап та, алғы һыҙыҡта, окоптарҙа, блиндаждарҙа булып, дары еҫен еҫкәп, һалдаттарҙың күңел торошон тойоп ҡайтырға, аҙаҡ күргәнебеҙҙе халыҡҡа йәшермәй, нисек бар, шулай еткерергә яҙҙы, шөкөр.
Китер алдынан ныҡлы инструктаж үткәрҙеләр. Бер үк ваҡытта ҡурҡыттылар, сөнки унда аҙым һайын хәүеф һағалап тора. Мәҫәлән, 90 йәшлек әбейҙең: “Бәлеш бешерҙем, балаҡайҙарым, ашағыҙ”, – тип тәҡдим итеп ике һалдаттың ағыуланыуы хаҡында әйттеләр. Снаряд килеп шартлап, үҙең йә иптәшең яраланған осраҡта беренсе ярҙамды нисек күрһәтергә, ҡанды нисек туҡтатырға кәрәклеген дә өйрәттеләр. Бер үк ваҡытта беҙ ысын мәғәнәһендә яуға барғанлығыбыҙҙы белеп, барыһына ла әҙер булып юлға сыҡтыҡ кеүек. Кеүек. Эйе, хәҙер технологиялар һуғышы мәле. Бер нисә секунд эсендә снаряд килеп төшөүе бар. Ундай саҡта кеше ҡасып та, йәшеренеп тә ҡотола алмай, үлем һәр аҙымда һағалай.
Биләмәгә юлланғанда бер сүрә-аят белмәгән, изге китапты тотоп та ҡарамаған һалдат әйтмешләй, "Илеш" ине шикелле позывнойы, атай-әсәй фатихаһын ҡалҡан итеп, Хоҙай Тәғәлә ҡөҙрәтенә ышанып, хәҙер инде күңелдән дә, ҡулдан да китап төшөрмәй тик доғалар ғына уҡып йөрөйһөң дә ятаһың.
Үҫкәндә беҙ һуғыштың ни икәнен белмәнек. Һәм бер ҡасан да, үҙем яу яланында булырмын, беҙҙең быуынға ла һуғыш ялҡыны эләгер, йәндәрҙе көйҙөрөр, ҡорбандар килтерер, тип һис кенә уйланғаным булманы хатта. Сәйер... Унда барғансы әле был һуғыш миңә туранан-тура ҡағылмай тигән тойғо бар ине. Ысынбарлыҡты күҙ алдына килтермәй, һаман да шул татлы, тыныс тормош, малайлыҡтан сыға алмаған хөрриәтлек зиһенде биләгәйне. Дөрөҫөрәге, аңлайһың һин уны, тик булмышыңа шул афәттең, фажиғәнең хужа булыуын теләмәйһең, күңелең түренә "һуғыш" тигән әшәкелектең, итеген дә һөртмәй, менеп ултырыуынан һиҫкәнәһең. Үткән йәй ғаиләм менән Ҡара диңгеҙҙә ял иткән саҡта диңгеҙ аръяғында барған һуғыш әллә ни йоғонто яһаманы. Ял иткәндә Анапалағы шифаханала мәҙәни мәсьәләләр буйынса директор урынбаҫары булып эшләгән яҡташ бер апай менән һөйләшеп киттек тә, ул: “Беҙгә Донецк ҡалаһынан ял итергә килгән балалар һауала вертолет йә самолет күренеү менән, үҙҙәре лә һиҙмәҫтән, ағас ышығына йүгереп барып сүкәйә төшәләр. Бер көн йомала туй барҙы һәм шунда салют аттылар ҙа, бүлмәләренә барып инһәм, балалар сумаҙандарын алып ишек төбөндә көтөп ултыралар”, – тип һөйләне.
Был хәлдәр мине бик ныҡ уйландырҙы. Ә бит беҙгә туранан-тура ҡағылмағас, һин уны, ысынлап та, тоймайһың. Республикабыҙҙа хәҙер күптәр тоя, аңлай. Бөйөк Ватан һуғышында, белеүебеҙсә, бөтә ил менән күтәрелеш күҙәтелгән.
Ростов өлкәһенән барғанда игендәр тулҡынланып ултырған иҫ киткес матур баҫыуҙар күңелгә тыныслыҡ килтерә. КПМ-ға килеп етеп, Луганск Халыҡ Республикаһына инеү менән картина бөтөнләй үҙгәрә. Ағастар яна, уларҙың күбеһе ҡороған, юлдағы яҙыуҙар тутығып, иҫкереп бөткән. Беҙҙәге 90-сы йылдарҙа күҙәтелгән ҡотһоҙ күренештәр хасил була. Быларҙы күреп күңел һиҫкәнеп китә, һаҡланыу инстинкты уяна. Урындағы ябай халыҡ һиңә һынап ҡарай, күҙҙәреңә тура ҡарамаған кеүектәр. Уларҙы йәлләп тә бер ни эшләй алмауыңды аңлау ҙа ҡыйын.
Шайморатов, Доставалов батальондары һалдаттары менән осраштыҡ. Улар шул тиклем берҙәм, үҙҙәренең бурыстарын яҡшы аңлайҙар. Яҙған саҡта инде һәр береһенең күңеленә, кисерештәренә инергә тырыштым. Улар өсөн ҡәҙерле булған төшөнсәләргә барыбер ҡағылаһың. Һәр һалдат янында мөмкин тиклем оҙағыраҡ булдым. Мин – уларҙың энергетикаһын, улар минекен тойҙо. Һәр береһенең тауышы, һөйләгәндәре – барыһы ла хәтеремдә. Мин улар менән кем булыуҙары хаҡында мәғлүмәт алыу өсөн генә аралашманым. Булмыштарын, уйҙарын аңларға ынтылдым. "Шаман", "Боцман", “Грин”, “Ғилман”, "Дикий", "Шатай", "Байруш", "Томан" һәм башҡалар хәҙер минең "брат"тар ҙа, яуҙаштар ҙа. Улар кеүек яу яланын ташлап ҡайтҡыһы килмәгән ир-азаматтарҙы аҙым һайын осратасаҡмын. Һуғышты беҙ, кәмендә мин, иң тәүге сиратта атака, “ура”, батырлыҡ, фажиғә, ҡорбан, аяныслы хәлдәр тип уйлайбыҙ. Баҡһаң, нисек кенә сәйер яңғырамаһын, уның да үҙ тормошо, үҙ шатлығы, үҙ ижады, үҙ ҡайғыһы, үҙ рухы бар, шулар менән ҡәҙерле икән ул. Берҙәмлек, “бер алманы бишкә, йөҙгә бүләйек, беребеҙ өсөн беребеҙ үләйек” тигән йөрәк төбөндә һаҡланған изге тойғо, ил, дуҫлыҡ, ирлек һәм башҡа ҡиммәттәргә тоғролоҡ һалдатты ла, армияны ла бөйөк итә – мин быны ныҡлы аңланым.
Азат Шамил улы Бадранов унда һалдаттарҙың ағаһы ла, ҡустыһы ла, атаһы ла, маяғы ла. Мостайҙың “Оҙон-оҙаҡ бала сағ”ында Оло инәй эргәһендә бөтә донъя әйләнгән кеүек, бында ла бар эш-хәстәр ҙә, бар мәшәҡәт-хәсрәт тә, бар шатлыҡ-батырлыҡ та, бар ҡайғы-юғалтыу ҙа "Ун өсөнсө" (уның позывнойы) тирәләй әйләнә. Ул барыһын да тоташтырып тороусы бер күпер, ҡая бында.
Тирә-яҡты байҡап, алдын-артын аңлап бөтмәгән, тейешле анализ яһап тормай, үҙҙәрен генә хаҡлы тип уйлаған "белгес"тәр уны, ябай һалдат кеүек һәр сәғәт, һәр көн һайын үҙ ғүмерен ҡурҡыныс аҫтына ҡуймай, ул кабинетта ултырып етәкселек итә, тип хәбәр йөрөтә. Беҙ Азат Шамил улы менән алғы линияла ла булдыҡ, бер туҫтаҡтан ашаныҡ та, әңгәмәләр ҙә ҡорҙоҡ, снарядтар аҫтында ташландыҡ йортта йоҡланыҡ та, окоптарҙа ултырып тәмәке лә көйрәттек... Үҙ күҙҙәрем менән күргәнде яҙам. Уның кабинеты – яу яланы, ул һәр саҡ алғы линияла, һәр саҡ һалдаттар янында. Ул булмаһа, беҙҙең һалдаттар етеш, туҡ булмаҫ ине. Уны һеҙгә һәр Башҡортостан яугиры әйтәсәк. Улай ғына түгел, үткән йыл ноябрь айынан, Азат Шамил улы килгәс тын асылды, күҙ күрә башланы, тип әйтәсәк (был һүҙҙәрҙе күп ишеттем). Һәм шуныһы иҫте китерҙе: "Ун өсөнсө" унда нисә мең һалдат булһа, шуларҙың һәр береһен тиерлек белә, таный.
“Махсус хәрби операция биләмәһендә хеҙмәт итеү ҡарары күңелдә ниндәйҙер үкенес тойғолары уятмаймы?” – тип тә һорағайныҡ Азат Шамил улынан.
Ул уйлап та торманы, шунда уҡ:
– Юҡ, – тине. – МХО биләмәһенә яҡташтарым – Архангел, Ҡырмыҫҡалы районы егеттәрен оҙатҡан саҡта күңелемде ауыр уйҙар биләп алды: улар һуғышҡа китә, ә мин республикала ҡалам. Нисектер ғәҙел түгел кеүек. Намыҫыма тейҙе. Патриотизм тураһында һүҙҙәр һөйләйбеҙ, ә өлгө күрһәтә алмайым кеүек. Өлөшләтә мобилизация башланғас, аңланым: доброволецтар һәм мобилизацияланғандар менән бергә булырға кәрәк. Уларҙың һәр береһенең тик үҙҙәре генә белгән мотивацияһы. Урыным улар янында кеүек ине, һәм барыһы ла ошолай килеп сыҡҡанға, янымда дуҫтарым булыуына шатмын.
Тормош аяуһыҙ ҡанундарҙан да торған кеүек булып китә ҡай саҡ. Ил, халыҡ өсөн дуҫтарың, улай ғына түгел, һәр һалдат, һәр ир-азамат менән йәнеңде аямай ҡаты алыштарға инәһең, күпме ғүмергә ҡалыр яралар алаһың, ҡайғы-хәсрәт кисерәһең, шул уҡ ваҡытта мөмкинлек булғанда барын ҡурсалап утлы дауылға ҡаршы таш ҡая булып та тора алаһың, ә бындағы “диван эксперттары”, барыбер аңламай, үҙ ҡағиҙәһе, үҙ алдағы менән башҡаларҙың башын ҡатыра: “Бадранов ҡайҙа яуҙа булһын, ул Мәскәүҙә йөрөй, йә Өфөлә ресторанда күргәндәр”, – тип ағыуын сәсә. Азатты “һәләк итеүсе” мәғәнәһеҙҙәр ҙә булды. Ул тере, ул бар Башҡортостан яугирҙәренең именлеген ҡурсалап, тамағын, өҫтөн ҡарап, кәрәк икән, Мәскәүгә лә елә, кәрәк икән, ғүмерен дә аямай иң алғы һыҙыҡҡа барып етә.
– Бында үҙемде файҙалы итеп тойҙом, күңел гармонияһына өлгәштем. Урынға килеп урынлаштым, хәрбиҙәрҙән килгән һорауҙарҙы өйрәндем, аңларға тырыштым, ә аҙаҡ уларҙы хәл итә башланым. Бында барыһы ла аныҡ: ҡара икән – ҡара, аҡ икән – аҡ, бер-берең менән мөнәсәбәттәр үтә күренмәле. Йәшермәйем, башта бик ҡурҡыныс ине. Фронт линияһындағы хеҙмәттең тәүге көндәре ҡурҡыуҙы еңеү тарихы булды, сөнки билдәһеҙлек менән осрашырға тура килде. Тик был – минең юлым, был юлда еңеүгә өлгәштем, тип әйтә алам. Күп нәмәне тыныс ҡабул итәм. Алдыма командование ҡуйған бурыстар бар. Уларҙы үтәргә кәрәк – уйлап, иғтибарлап, ентекләп!
Бадранов һәр ваҡыттағыса ғорур, һәр ваҡыттағыса эшлекле һәм фәйләсүф. Быларҙы мин үҙ күҙҙәрем менән күргәнгә, үҙ ҡолағым менән ишеткәнгә яҙам да. Бөгөнгө яҙғандарымдың күп өлөшө "Башҡортостан" гәзитендә баҫылған һәм Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премияға лайыҡ булған төп юлъяҙмаға инмәй ҡалды, сөнки Азат Шамил улы үҙенә ҙур иғтибар биргәнде яратып етмәй, ана һалдаттарҙы күрһәтегеҙ, һәр береһенең яҙмышы – оло бер тарих, бында булған һәр ир-азамат герой, тигәс, был тәьҫораттарым теркәлгән булһа ла, дөйөм халыҡ иғтибарынан ситтә ҡалғайны. Бөгөн уның, Бадрановтың, "Башҡорт халҡының яҙмышы хаҡында фронттағы уйланыуҙар"ы баҫылғас, һәм халыҡ араһында төрлө фекерҙәр уятыуын күреп, яҙмамда бар ғәмгә күрһәтергә булдым.
Алғы һыҙыҡҡа китергә йыйынабыҙ. Сватово яғына. Башта төрлө уйҙар, шом да бар, әллә иҫән, әллә...
"Ун өсөнсө" юҡ та юҡ. Көтөк булып бөттөк. Кисектергеһеҙ эше бар, тинеләр. Асфальт заводы янында көтәбеҙ. Завод шау-гөр килеп эшләй, тегеләй-былай “Камаз”дар саба. Будкалар янындағы һары сейә күләгәһендә ултырып та торабыҙ, машина эсенә инеп һуҙылып та ятып ҡарайбыҙ. Егеттәр тәмәкеләрен һүндермәй тиерлек.
Дүрт машина ҡыуыу кәрәкмәй, күп була, тине "13-сө"нөң ярҙамсыһы. Аңлашыла, теҙелеп килгән дүрт машинаға ут ярсығы һә тигәнсе килеп төшөүе лә бар. Өсәү ҙә күп һымаҡ әле. Беҙҙең бер машинаны ҡалдырырға булдыҡ. Валераны. Тимәк, бер журналист та ҡаласаҡ. Йәш кеше – Венерҙы һайланыҡ. Уның йәне көйөп китте, алғы һыҙыҡҡа алып бармаһағыҙ, ҡайтам, тип ебәрҙе. "Бар, машинала ултырып тор, тыныслан", – тине аптырап Вәдүт.
Көтә-көтә бер заман асығып киттек. Вәдүттең иреп лыҡылдап ятҡан ҙур киҫәк салоһы һәм бер буханка икмәк сығып ятты. Бында дуңғыҙ майын ашау гонаһ түгелме икән, тип бер аҙ бәхәсләшеп торҙок та, яу шарттарында ярайҙыр ул, ишеү мосафирҙарбыҙ, тинек тә ҡалын-ҡалын итеп ҡырҡып икмәк өҫтәнә һалып "еф-фәреп" ҡуйҙыҡ. Сейә үрелеп ашарға ярамай, быныһы... тамаҡҡа торманы, майлап ҡуйған кеүек кенә инеп ятты. Бер сама күңелдәр көрәйеп китте, шулай ҙа ваҡыт яй үтә.
– Һуғыш үҙе ваҡытты белдерә ул. Ҡабаланмағыҙ. Күп йөрөйбөҙ, беләбеҙ. Беҙ китәбеҙ, снаряд килеп төшә, бер нисә урында шулай булды. Фартовый ағайҙарығыҙ янығыҙҙа, – тип беҙҙе тынысландыра оператор Вадим Исламов. Беләм мин дә, старшина "Дикий" ҙа иҫкәрткәйне.
– Төнөн генә сығаһығыҙ бит алғы һыҙыҡҡа. Үлеп ҡалырмын, тигән уйҙар буламы? – тип һорағайным унан.
– Юҡ, ысынлап әйтәм, юҡ. Улай тип уйлаһаң, иң һәйбәте – инмәй торорға. Көтөргә, күңелеңде тыңларға кәрәк, ул үҙе әйтәсәк. Рухи яҡтан әҙер булғас ҡына ҡуҙғалыу хәйерле.
Ниһайәт, Бадранов машинаһы күренде. Ул төшөп барыбыҙ менән ҡосаҡлашып күреште. Ҡабаланмай ғына тәмәкеһен тоҡандырҙы.
– Әҙерһегеҙме?
– Әҙербеҙ. Бер кешегә урын етмәй. Венерҙе ҡалдырабыҙ инде, уның йәш балалары бар, – Вәдүт тиҙ генә хәлде аңлатты.
Бадранов уға ҡарап серле генә йылмайҙы ла:
– Беҙ үлергә бармайбыҙ, еңергә барабыҙ. Урын табайыҡ. Ҡарайыҡ әле.
БСТ-лар машинаһында өс кенә кеше ине. Ләкин арт яҡтағы сидениела камера, башҡа аппаратуралары ята. Ҡәҙерле һәм ҡиммәт ҡорамалдар. Һалдат автоматына яуаплы булған кеүек, улар ҙа... Ипләп кенә багажникҡа күсерергә, ҡайһыларын алдарына алырға мәжбүр булдылар. Егетебеҙгә урын табылды.
– Бындай юлға ҡабаланып сығырға ярамай. Хоҙайҙың кешегә мәлендә ярҙам итә торған миһырбанлы сәғәте бар, шуны сабыр ғына көтөргә кәрәк. Күпме һынағаным, Аллам уны нисектер белдерә ул, – тип һөйләйәсәк һуңынан Азат Шамил улы. Әле тағы ла бер тапҡыр яйлап һурып тәмәке тартабыҙ ҙа – аттарға! Юлға, алғы һыҙыҡҡа!
Дүрт-биш сәғәт шәп тиҙлек менән төрлө соҡор-саҡырлы юлдарҙан, ҡала-ауылдар эсенән дә, баҫыуҙар аша ла тәғәйен нөктәгә килеп еттек тә, тиҙ генә бер ташландыҡ йорт ихатаһына инеп машиналарҙы йәшерҙек. Туҡтауһыҙ снарядтар атҡаны, шартлағаны ишетелә, тимәк, фронт линияһы йыраҡ түгел. Бөгөн ошонда төн сығасаҡбыҙ, "Ун өсөнсө"нөң килгәнен белгәс, полк командиры ҡараңғы төшкәс килеп етер, тинеләр. Тушенкалар асып, өйҙә сәй эсеп алдыҡ. Урам буйына сыҡмайбыҙ, ихаталағы оло тут ағасы (щелковица) төбөндәге эскәмйәлә ултырабыҙ, тәмәке көйрәтәбеҙ. Бик күренергә ярамай. Диверсанттар белеп, координаттарҙы әйтһә, снаряд тап беҙҙең өҫкә килеп төшәсәк.
Эңерҙә полк командиры килеп төн ауғансы әңгәмә ҡороп ултырҙыҡ. Баҙыҡ ҡына янған лампалар аҫтында. Командир төрлө хәлдәрҙе һөйләп илап та алды хатта. Иҫ киткес "душевный" һөйләшеү килеп сыҡты ул. Күп тарихтар әҙәби әҫәрҙәргә инер...
Аралаша торғас, бер сер асылды. Азат Шамил улының йөрөгән маршрутын үҙенән башҡа бер кем дә белмәй. Ваҡытын да үҙе хәл итә, бер кем менән килешмәй. Әлбиттә, хәрби распоряжение, бурыстар аныҡ ҡуйылған, уларҙы ул һаҡлай, үтәй. Тик ниндәй юлдар, нисек үтәй – был бурысҡа, тейешле ваҡытҡа ул үҙе хужа. Бының сәбәбе ябай: уның кеүек ҙур чиновниктарға теге яҡтан һунар бик ҡаты ҡуйылған. Дошман разведкаһы ла уларҙы туҡтамай эҙләй. Был турала уны иҫкәртеп кенә торалар. Төрлө ерҙә һине дошман снаряды ҡыуып етергә, аҫтыңа һалынған миналары шартларға мөмкин. Ҡурҡыныс. Был сәфәрҙән ҡайтҡас, күңелемде оло бер хәүеф биләп алды: Азат Шамил улын да унда әжәл тигән әшәке уҡ ҡыуып етеүе ихтимал, бик ихтимал. Һаҡла үҙеңде, командир, һаҡлағыҙ аҫыл улығыҙҙы, егеттәр, тип тә өндәшкем килә яуҙаштарына.
– Бер полкҡа килдек. Апрелдә булды был хәл. Полк командиры, Башҡортостандан вице-премьер килгән, тип һөйөндө. Башҡортостан егеттәренә дәүләт наградалары килгәйне, әйҙәгеҙ, һеҙ килгән мәлде файҙаланып, тантаналы тапшырыу ойошторайыҡ, яугирҙәрҙең рухы күтәрелер, тип күрше ауылда Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусыларға арналған һәйкәл янында ойошторорға булып киттеләр. Риза булдым. Кискеһен килгәйнек, бүләктәрҙе иртән тапшырырға тейешбеҙ. Төнөн – дошмандан "радиоперехват": ниндәйҙер ауылдағы һәйкәлдең аныҡ ҡына координаттарын ебәрегеҙ, иртәгә унда халыҡ йыйыла, ҙур бер түрә килгән, тинеләр. "Ракетный удар" яһарға йыйыналар. Шунан беҙ планды үҙгәрттек, яугирҙәрҙе башҡа урында башҡа шарттарҙа бүләкләнек. Бындай тарихтар булып тора, дошман йоҡламай.
Бөгөн дә юлға сығыр алдынан полк командиры менән һөйләштем. Ул, ҡасан, тип һорай. Көн эсендә, тип яуап бирәм, аныҡ ваҡытты әйтмәйем.
Полк командиры, эйе, дөрөҫ, тип баш һелкә. Әйтәм бит, аҙым һайын һағалай теге әшәке...
Осрашыуҙан һуң полк командиры тышҡа сыҡты. Беҙ ҙә эйәрҙек. Ҡосаҡлашабыҙ. Тик хушлашмайбыҙ. Бында хушлашырға ярамай. Иртәгә осрашасаҡбыҙ. Шуға ышанайыҡ. Өй эргәһенән китмәйбеҙ. Ихатанан урамға сыҡмайбыҙ. Машина ҡуҙғалған тауыш ишетелгәс, кемдәрҙер тәмәке тоҡандыра, усына ҡаплап ҡына һура. Беҙ машинанан спальниктарҙы алабыҙ. Төн хәтәр ҡараңғы. Беҙҙәге октябрь айындағы кеүек, күҙгә төртһәң дә күренмәҫлек. Тиҙерәк инеп ятҡы килә, үлтереп арытылған. Гөрһөлдәгән тауыштар һаман ишетелеп тора.
"Ун өсөнсө" егеттәр менән бергә оло бүлмәгә урынлашырға булды. Вәдүт менән икебеҙ тарыраҡ бер бүлмәгә инеп яттыҡ. Иң ололары беҙ бит, шуға ҡаршы килеүсе булманы. Күрәһең, был ваҡытта дәрәжә- вазифалар икенсе урынға күсә. Совет заманындағы боронғо диван-книжка ҙурайтылған, икебеҙгә урын етә. Төн йылы, шуға түшәкте генә түшәнек тә спальниктарҙы ябындыҡ. Ятҡайныҡ, гөрһөлдәгән тауыш тағы ла ишетелде. Алыҫта былай, тип үҙебеҙҙе тынысландырабыҙ. Ә берәй яуызы һатып, беҙҙең йортҡа килеп төшһә... Мин уҡынып та алам. Теге бүлмәләрҙә тауыш бар әле. Улар ҙа урын йүнләй торғандыр.
Бер аҙҙан ярым ишек асылды ла Азат Шамил улы күренде:
– Нисек? Ҡурҡмайһығыҙмы? Йоҡларлыҡмы, ағайҙар? – тигән була ярым шыбырлап.
– Һәйбәт, йомшаҡ.
– Йомшаҡлығы уның... тыныс йоҡо, хәҙер таң ата, – тине лә икенсе яҡтан ишекте ҡыҫа бирҙе.
Күңелгә рәхәт булып китә. Хәстәрләүсе бар. Хатта илағы ла килгән кеүек... Бер һүҙ: "Хәҙер таң ата". Үлтереп йоҡо килә. Кискеһен инәйемә, Гөлшатыма хәлемде белдереп шылтырата инем. Бөгөн бәйләнеш булманы, борсолоп торған булаларҙыр. Гөлшат Әбйәлилдән Сулпан ҡыҙымды лагерҙан барып алырға тейеш ине. Нисек барып етте икән, таксиҙар хәтәр йөрөй унда... Арытылған. Уйҙарҙан арынғы килә. Үлтереп йоҡлата. Йоҡо аралаш ҡайҙалыр шартлаған, атҡан тауыштар ишетелеп ҡала. Төш түгел, шикелле. Ойойом. Ишетәм. Әл дә генә йоҡлата. Әл дә генә беҙҙең өҫкә төшмәй.
Ҡайҙалыр сиңерткә тауышы ишетелеп ҡала. Онотҡанда бер ел иҫеп ебәреү менән тут ағасы япраҡтары үҙ-ара тиҙ генә серләшеп ала. Донъяның үҙ хәстәре, үҙ моңо. Шағир әйтмешләй, "бары раҫлай тик йәшәүҙе: тултырып ал һулышыңды! Ҡайын шундай хуш еҫ бөркөй, бар тип белә һуғышыңды..." Ҡайын булмаһа ла, бөрлөгәнгә тулышҡан тут ағасы ла йәндәй күңелгә яҡын бөгөн. Киң тармаҡтары менән ул беҙҙе ҡаплай ҙа, һаҡлай ҙа. Йоҡлап киткәнмен.
Һаҡ ҡына күҙемде асам. Ҡорған ситенән ярты-йорто яҡтылыҡ һирпелә, тимәк, таң атып килә. Гөрһөлдәгән тауыштар туҡтамаған, һиҫкәндереп күк күкрәгән кеүек ишетелеп ҡала. Торам, бәһлеүән Вәдүт бөгәрләнеп йоҡлай. Уны яҡшылап ябындырам да һаҡ ҡына тышҡа сығам, эйе, таң атҡан, күңелгә рәхәт, тағы ла яңы бер көн. Сыҡһам, Азат Шамил улы тын ғына тәмәке тартып ултыра, баяғы беҙҙе ҡаплаған, һаҡлаған ағас төбөндә. Тулышып бешкән бөрлөгәндәр өҙөлөп төшкән дә, аяҡ аҫтын бысратып, иҙелешеп ята. Ботинкаһын сискән дә, аяғын улар өҫтөнә һалған командир. Аптырап киттем.
– Һеҙ ҡалай иртә... – шунан уның ҡиәфәтенән бөтөнләй йоҡламағанын шәйләйем. – Йоҡламанығыҙмы ни?
– Хәҙер әҙерәк серем итәм, төн менән көн буталған инде бында...
Һуңынан уның төнө буйы кухняла ҡағыҙҙар менән ултырғанын, кемдәр менәндер ниндәйҙер мәсьәләне хәл иткәнен белдерҙе ярҙамсыһы.
Өйгә инеп китер алдынан, сабыйҙарса саф ҡарашын ташланы ла, Азат Шамил улы йығылырлыҡ бер һүҙ әйтте:
– Донъя һиллегендә ошолай яңғыҙ ҡалғас, ботинкаларҙы сисеп бәргәс... нишләптер илағым килә, – тине лә яйлап аяҡ кейемен кейҙе, шунан инеп китте. Минең алда иламаны.
“Илағым килә”... Минең был һүҙҙе ишеткәнем булды.
Һуғыш ветерандары менән осрашып, улар тураһында бик күп гәзит материалдары эшләргә яҙҙы миңә. 112-се башҡорт кавалерия дивизияһы ветераны, Әбйәлил районы уҙаманы Ғәйфулла Ғәбиҙулла улы Ғәбитов менән осрашыуҙа уның бер фекере иҫтән сыҡмай: "Һуғыш кешене хайуанға әйләндерә. Атаһың, һиңә аталар, һин үлтерәһең, шуның менән бергә үҙеңдә лә бер изге бер орлоҡто юҡ итәһең. Кешелек сифаттарыңды һаҡларға ынтылаһың. Мин һуғыш туҡтаған мәлдә күңелем менән һөйләшә торғайным. Мәрхүм ата-әсәйем менән һөйләшәм, Мөғәллим ағайым менән бесән сабам, йылҡы өйөрө менән бергә Ҡырҡты тауҙарына менәм. Күңел ҡатмаһын өсөн тиктомалдан илап та ала инем..."
Күңел ҡатмаһын өсөн... Бөтәһе лә бер йөрәк аша үтә шул.
Иртә менән "буханка"ға тейәлеп, алғы һыҙыҡҡа китәбеҙ. Бөтәбеҙ ҙә бер "кәмәлә" тигәндәй: "Ун өсөнсө" лә, БСТ командаһы ла, Ильяс Батыргәрәев та, беҙ – республика баҫмалары журналистары ла. Башҡорт халҡының аҫыл улдарын юҡ итер өсөн бер снаряд етә. Дошман снаряды. Ә инде бер һөрән һалһаң, үҙебеҙҙең “диван эксперттары” мәғәнәһеҙ һүҙҙәре-пулялары менән был кәмәне тишеп, кем унда барғанына ла иғтибар итмәй, ил йөҙөнән, тарих битенән юҡҡа сығарырға ынтыла. Аптыраҡ...
Полк ҡаласығын күрәбеҙ, каланчаға менеп дошман позицияһын байҡайбыҙ, сапер, минометчик һәм башҡаларҙың эше, хеҙмәте менән танышабыҙ. Полк командиры серле картаны ла күрһәтә... Яҡында ғына снаряд тауыштары оҙатып йөрөй. Уға хәҙер йүнле иғтибар ҙа бирмәйбеҙ, өйрәнәбеҙ буғай. Яҙам тиһәң күп. Азат Шамил улы менән бер туҡтауһыҙ аралашабыҙ, һәр һалдат уны ҡосаҡлай, һорауы булһа, бирә, серләшеүсеһе лә табыла. Ул бер ваҡытта ла буш һәм яңғыҙы түгел, ниндәйҙер хәстәр (хәсрәте-ҡайғылы хәбәре лә етәрлек инде), ниндәйҙер пландар, ниндәйҙер мәшәҡәттәрҙе хәл итә.
Төштән һуң арып полк командиры блиндажы янында арманһыҙ булып, түңәрәк яһап килеп ултырабыҙ. Бронежилетты сиске, бер нисә минутҡа булһа ла касканы һалып ултырғы килә, тик ярамай.
Азат Шамил улы уйланып ултырҙы ла, былай тип һөйләп алып китте:
– Нисек бында Аллаһ ҡөҙрәтенә ышанмайһың... Белогорловка аҫтындағы бер ауылда беҙҙең батальондың КП-һын (командирский пункт) "вычислили", эйе, ҡайҙа урынлашҡанын аңдып белгәндәр. Әллә һатҡандарҙыр... Обстрел башланды, бер нисә сәғәт бик ҡаты барҙы. Был ауылда бер кем дә йәшәмәй, шуға буш торған өйҙәргә ҡунаҡлағайныҡ. Ғәҙәттә командирҙар пункты фронт линияһында урынлаша һәм уны табып юҡ итеү дошмандың иң мөһим бурыстарынан һанала. Аңлашыла инде, сөнки алыш, яу менән был пункт идара итә. Дошман снарядтар осора ғына. Украиндарҙың, иғтибар итһәгеҙ, өйҙәре самандан ғына, “украинская мазанка” тиҙәр. Уныһы ер һелкенеүҙән емерелергә тора. Обстрел тынды. Иҫән ҡалдыҡ. Һуңынан сығып ҡараһаҡ, күҙ алдына килтерәһегеҙме, КП эргәһендә, өй тирәләй, йәғни периметр буйлап, 21 снаряд шартлаған. Тик береһе лә өйгә төшмәгән. Бер ут ярсығы етә ине... Мөғжизә. Шунан нисек Аллаһҡа ышанмайһың...
"Ун өсөнсө" оҙаҡ ҡына уйланып ултырҙы. Ана шул мәлдә уны мин фотоға төшөрөп алдым да.
Бөгөн уның һөйләгәндәрен яҙманан тыңлайым да, бында теркәйем дә, төрлө уйҙар башҡа килә.
Азат Бадрановтың яңыраҡ "Башҡорт халҡының яҙмышы хаҡындағы фронттағы уйланыуҙар" ы (https://vk.com/wall-160399505_53916) баҫылғас, халыҡ араһында ярайһы уҡ йәнле полемика башланды. Азат Шамил улының фекерҙәрен күптәр анлап, хуплап ҡабул итте, шул уҡ ваҡытта проблемаларын да күтәрҙе, күҙҙе астығыҙ, тип әйтеүселәр табылды, минең менән бер окопта ята, уважуха, тип яҙыусы яугирҙарҙың булыуы күңелгә рәхәтлек бирҙе. Шул уҡ ваҡытта "ждун"дар, "хайповщик"тарҙың ҡурайына бейеүселәр ҙә күренде. Улар күп түгел... Ләкин.
Бөгөн беҙ һынылыш осоро кисерәбеҙ. Нимә ул Ватан?
“Кеше был донъяға тыуыу менән үҙенең иң ҙур байлығын – Ватанын мираҫҡа ала. Ул ғүмеребеҙ кеүек берәү генә. Үҙеңә ата-әсәңде һайлап ала алмаған кеүек, һин Ватаныңды ла һайлап ала алмайһың. Шатлыҡлы мәлдәрҙә лә, ауыр ҡайғылы минуттарҙа ла, һин генә уның терәге”– шулай тип өйрәтә торғайнылар мәктәптә. Әле лә шулайҙыр. Тик...
“Ватан” төшөнсәһен тулы мәғәнәлә аңламағандар ҙа етәрлек. Тыуған илде “кормушка”, ашатыусы, туйҙырыусы итеп кенә күреүселәр бар арабыҙҙа. Ундайҙар һәр саҡ тормоштан ҡәнәғәт түгел, илде, кемделер һүгәләр. Үҙҙәре һис тә ғәйепле түгел. Шуныһы ҡыҙыҡ (дөрөҫөрәге, ҡыҙғаныс): илде, етәкселекте һүккән һайын ул “аҡыллы баштар” үҙҙәрен демократик, улай ғына түгел, Азатлыҡтың иң бөйөк көрәшсеһе, тип уйлай. Быныһына түҙергә була, тик бына уларҙың башҡаларға шул фекерҙе тағырға маташыуы хәүефле. Илгә ҡаза теләгән ҡаҙалып үлер, тигән әйтем дә бар. Халыҡ зирәк ул, ил, халҡы өсөн йәнен бирергә тороусылар, ысын илһөйәрҙәрҙе "популизм", йәғни анһат юл менән күмәктең иғтибарын йәлеп итергә теләүселәрҙән айырыр, дөрөҫлөктө, хаҡлыҡты аңлар бейеклеккә, кимәлгә етте.
Мин аҡтан-аҡ, мин сафтан-саф, мин һуғышҡа ҡаршы, имеш, берәү. Ул иғәнә һалмай, ярҙам итмәй... Һәләк булып ҡалған улан хаҡында мәғлүмәт күрһә, тағы ла ҡорбан, тип яр һала. Юҡ, улар дошман еңеүен дә теләмәйҙер, бәлки, тик улар үҙҙәренең ахмаҡ принциптарының ҡоло булып, аңды томалай. Һаман көтәләр. “Ждундар”, шайтан алғыры. Ил менән ҡара көн дә байрам булыр, ти башҡорт мәҡәле. Илем ни күрә – мин шул яҡлы.
Уйлаһаң, барыбыҙ ҙа бер кәмәлә. Фанилыҡ арауығында, донъя тарихында, халҡыбыҙ көнкүрешендә. Һиҙгерлек юғалһа, "хайповщик"тарҙың татлы вәғәҙәләренән баштар әйләнһә, берҙәмлек юғалһа, 22-се снаряд күктән төшмәйәсәк, беҙҙең йорттоң эсендә үҙе шартлаясаҡ. Быныһы икеләтә аяныс, меңләтә ҡурҡыныс. Шуныһынан һаҡлаһын Хоҙайыбыҙ.
– Унда ҡустыларың, улың йәшеңдәге егеттәр махсус хәрби операцияла ҡатнаша. Бындағы гражданкалағы егеттәр менән сағыштырғанда уларҙағы үҙгәрештәр нисек тойолдо? – тип һорайҙар минән йыш ҡына. Мин былай тип яуаплайым:
– Ныҡ һиҙелә. Бер үк ваҡытта улар шаяра, көлә, көләмәстәр һөйләй. Әйттем бит, һуғыштың үҙ тормошо бар, матур яҡтары, ҡыҙыҡ хәлдәре лә. Өлкән йәштәге һалдаттарҙың, командирҙарҙың илап ебәргәненә шаһит булдым. Йәшерәктәрҙең: “Беҙгә гумконвой менән ҡыҙҙар һалып ебәрегеҙ әле”, – тип шаяртҡандарын да ишеттем. Әммә улар менән етди һөйләшә башлаһаң, ни тиклем тәрән аҡыллы булыуҙарын тояһың. Улар тәү ҡарашҡа ғына ябай һәм шаян тойолалар. Өйҙә саҡта бер егет бөтөнләй шиғыр уҡырға яратмаған, ә бында үҙенән-үҙе шиғыр уҡығыһы килә, үҙенең дә күңелендә шиғыр барлыҡҡа килә уның. Ә бит шиғыр күңелгә былай ғына, рифма эҙләү булып ҡына килмәй. Шул тиклем тәрән кисерештән, илаһилыҡтан йә булмаһа тетрәнеүҙән генә тыуа.
“Мулла” 2020 йылда намаҙға баҫҡан. Уға: “Дин кешеһенә ҡорал тотоп тере йән эйәһенә тоҫҡарға, уның йәнен ҡыйырға яраймы һуң?” – тигән һорау бирҙем. Бындай һорауҙы бирергә лә батырлыҡ, тәүәккәллек кәрәк. Тынлыҡ урынлашты, берәй вәғәз һөйләр, тип көттөм. Ә ул: “Бер ун йылдан үҙебеҙҙең ни тиклем хаҡлы булыуыбыҙҙы белербеҙ. Әгәр ҙә берәүҙең улы икенсе берәүҙең улын “кәләш” итеп алам тиһә, атай-олатайҙарыбыҙ ҡәберенән ҡалҡып торасаҡ бит. Шул тиклем хәшәрәтлек беҙгә килмәһен өсөн мин ҡулыма ҡорал алып шул хәшәрәттәргә атырға мәжбүрмен”, – тип яуап бирҙе. Мин иһә шулай уйлайым: киләсәктә беҙҙең илдә, Башҡортостанда шундай әҙәпле һәм юғары әхлаҡлы тормош башланасаҡ һәм әлеге көнбайыш илдәренең алдынғы ҡарашлы кешеләре беҙҙең илдә йәшәгеһе киләсәк. Бирһен Хоҙай.
Барғанда, һалдаттарҙың күпселеге аҡса эшләргә барғандыр, тип уйлағайным. Уларҙы ғүмерҙәрен аҡсаға алыштырыусыларға ла тиңләүселәр булды. Барып һөйләшә башлағас, бөтөнләй улай түгеллеген аңланым. Улар, бәлки, тәүге айҙарҙа, аҡса эшләргә килдем, тип тә уйлағандарҙыр. Хәҙер заман шундай, бындай ауыр хеҙмәт буш булырға ла тейеш түгел. Әммә бер нисә ай бер-береңә иң терәшеү, дуҫлыҡ, туғанлыҡ, яуҙаштарыңдың һәләк булыуына шаһит булыу бөтөнләй башҡа маҡсаттарҙы барлыҡҡа килтерә һәм аҡса үҙенән-үҙе икенсе планға ҡала.
Унда күргән, һөйләгәндәренән ике миҫал.
Әхмәров Рәмистең, йәғни “Носорог”тың үлеме. Уның тураһында рота командиры урынбаҫары "Шаман" һөйләне. Иҫ киткес шәп яугир, иллене үткән, йылмайып ҡына йөрөгән һөймәлекле бер әзмәүер була ул. 6 февраль уның ярты йыллыҡ контрактының һуңғы көнө. Ул позицияла. Алдынғы төркөмдө алға әйҙәй. Егеттәрен ҡаплап, үҙе алдан бара. Украиндар окобына тиклем ете метр ҡалған булған. Үлеме хас кинолағы һымаҡ инде. Алдағы ике хохолды, ситтәге тағы берәүһен ауҙара, тик алыҫтараҡ ултырған бер пулеметчик һәм окоптағы берәүһе уға тоҫҡап ата. Күкрәктәрен тишеп үтә, тик “Носорог” йығылмай әле, егеттәрен ҡотҡарам тип тубыҡлана ла гранатаһын алырға теләп ҡыйшая бирә, шунан ғына ауа. Ана шулай күкрәге менән дуҫтарын ҡаплап ҡала. Пулеметчиктар эшләй башлағас, яуҙаш дуҫтары ергә һылашып ята һәм иҫән ҡала.
Ишембай батыры “Дикий” тыныс тормошта иретеп йәбештереүсе булған, кәүҙәгә әллә ни оҙон түгел, әммә физик яҡтан көслө, уны барыһы ла ярата. Ул көн аша алдынғы һыҙыҡҡа аҙыҡ-түлек, боеприпастар ташый. Рота командиры уны буласаҡ генерал ти. "Үҙеңде бик маҡтайҙар, был ҡайҙан килә?" – тип һораным.
Егет бер аҙ уйланып торҙо ла, мине бик аптыратып яуап бирҙе:
– Просто, тыуған илде, тыуған ерҙе ныҡ яратам. Шуға батырмын, шуға яраталарҙыр.
Кешене өйрәтһәң дә улай әйтә алмай, был һүҙҙәрҙе ул йөрәгенән сығарҙы. Егет үҙе күп һөйләргә яратмай. Хушлашҡан саҡта: “Беҙ рация аша үҙ-ара башҡортса һөйләшәбеҙ. Дошмандар аңламаһын өсөн. Һеҙ унда “Башҡорт телен һәйбәтерәк белһендәр” тип яҙығыҙ”, – ти. Ана, ниндәй рухлы, илһөйәрҙәр унда алыша. Еңел уйлы йәштәр түгел. Һәм улар 22-се снарядҡа төшөргә лә, шартларға ла юл ҡуймаясаҡ.