Бөтә яңылыҡтар
Баш мөхәррир һүҙе
13 Март 2020, 16:20

Уҡлыҡая

Тыуған яғым Ғафури районының Ташаҫты ауылы ҡаршыһындағы Ҡыҙылъяр буйында башҡорт халҡының батыр яугирҙарына арнап ҡуйылған һәйкәл. Ауылдағы өйөмдөң тәҙрәһенән күренеп тора ул. Гүйә, батырҙарҙың Уҡлыҡаянан атылған уҡтары ергә ҡаҙалған!..

Салауат ӘБҮЗӘР
Уҡлыҡая монологы
Мин – ҡаямын! Хәтерләйем – күпме
Быуаттарҙың янып-һүнгән шәмен.
Эй, уландар, бөгөн һеҙгә ҡарап,
Тере тарих булып өндәшәмен.
Өндәшәмен күҙегеҙгә ҡарап,
Рухы булып ата-бабағыҙҙың.
Керештәрҙең тартылғанын күреп,
Ҡая була тороп, йәш ағыҙҙым.
Мин иҫләнем: һеҙҙең бабайҙарҙың
Илде һаҡлап, кереш тартҡан сағын.
Дошмандарҙан ерҙе тапатманы,
Һүндермәне улар ил усағын.
Онотмағыҙ, улдар, ошо хаҡта,
Онотһағыҙ, ваҡыт үҙе туҡтар.
Батырҙарҙың аманаты булып,
Күкрәгемдә минең ята уҡтар.
Эй, уландар, Һеҙҙең йөрәктәрҙең
Ярһып тибеүҙәрен мин тоямын.
Тере тарих булып бағам Һеҙгә,
Мин – ҡаямын! Уҡлыҡаямын!
Читайте нас: