“Ағиҙел” һәм “Һәнәк” журналдарын уҡыусыларҙы үҙгәрештәр көтә. Мәҫәлән, оҙаҡламай полиграфкомбинаттың һигеҙ ҡатҡа торошло бейеклектә урынлашҡан 4-се ҡатынан ҡотолоп, үҙебеҙҙең яратҡан, һағынған Матбуғат йортона әйләнеп ҡайтасаҡбыҙ. Унда беҙҙе 9-сы ҡаттан эҙләгеҙ. Һеҙҙе бер түгел, өс лифт хеҙмәтләндерәсәк. Күсеү мәшәҡәте ошо ай аҙаҡтарында тамамланасаҡ.
Үҙгәрештәр күсенеү менән генә тамамланмаҫ, журналдарға ҡағылышлы яңылыҡтар ҙа көтөлә һәм улар баҫмаларыбыҙҙың йөкмәткеһен, сифатын, уҡымлылығын яҡшыртырға ярҙам итәсәк. Улары хаҡында аҙағыраҡ ентекләберәк һөйләрбеҙ.
Әйткәндәй, матбуғатҡа яҙылыу тамамланды, матбуғатҡа яҙылыу дауам итә. Әгәр “Ағиҙел” һәм “Һәнәк” журналдарына, башҡа баҫмаларға яҙылырға теләһәгеҙ, һеҙҙе почта бүлексәләрендә көтәләр. Һәр айҙың 20-нә тиклем яҙылһағыҙ, һеҙ яҙылған баҫма киләһе айҙан килә башлаясаҡ. Бергә булайыҡ, дуҫтар!