Бөтә яңылыҡтар
Баш мөхәррир һүҙе
16 Декабрь 2019, 12:30

Шәмбенән йәкшәмбегә ҡаршы төндә Михаил Ненашев вафат булған икән. Онотмаһағыҙ, беҙ һеҙгә уның хаҡында һөйләгәйнек.

Мансур Әйүпов беҙгә: “Ненашев, штаттарығыҙҙы ҡарағыҙ, берләштерегеҙ, оптимизация үткәрегеҙ, тип кәңәш бирҙе. Эшләгәс, үҙем беләм, редакция журналистары өс төркөмгә бүленә: берәүҙәр көнө буйы сәй эсә, икенселәр ижад итә, өсөнсөләр беренселәргә – сәй эсергә, икенселәргә ижад итергә ҡамасаулай”, – тип һөйләгәйне.Әйткәндәй, Мансур Әнүәр улы редакцияға килгәс, иң ҙур бильярд бүлмәһен тартып алып

90 йәшендә Рәсәй журналистикаһының аҡһаҡалдарының береһе Михаил Ненашев вафат булған. “Советская Россия” гәзитенең баш мөхәррире, Үҙәк телевидение генераль директоры, Рәсәйҙең матбуғат министры, РФ Матбуғат буйынса дәүләт комитеты рәйесе сифатында бик ҙур эштәр башҡарғайны.
80-се йылдар аҙағында “Башҡортостан” гәзитенең шул саҡтағы баш мөхәррире Мансур Әйүпов Мәскәүҙә Ненашев етәкселек иткән кәңәшмәлә ҡатнашып ҡайтҡайны. Мансур Әнүәр улының шунда алған тәьҫораттарын иҫкә төшөрөп, Ненашев журналистар тормошон 20-30 йыл алдан күрә белгән, тип аптырайым.
Мансур Әйүпов беҙгә: “Ненашев, штаттарығыҙҙы ҡарағыҙ, берләштерегеҙ, оптимизация үткәрегеҙ, тип кәңәш бирҙе. Эшләгәс, үҙем беләм, редакция журналистары өс төркөмгә бүленә: берәүҙәр көнө буйы сәй эсә, икенселәр ижад итә, өсөнсөләр беренселәргә – сәй эсергә, икенселәргә ижад итергә ҡамасаулай”, – тип һөйләгәйне.
Әйткәндәй, Мансур Әнүәр улы редакцияға килгәс, иң ҙур бильярд бүлмәһен тартып алып, көнөнә ике тапҡыр барлыҡ коллектив менән йыйылып сәй эсеүҙе ойоштора башлағайны. Сәй эскән арала үҙ-ара кәңәшләшеп тә ала торғайныҡ.
Иртәнге етенән бирле эш менән булабыҙ, сәй эсер ваҡыт та еткәндер. Люба апай ҡайҙа йөрөй икән, самауыры ҡайнамағанмы?
Читайте нас: