Бына шулай тыуа легендалар, хөрмәтле Сәлимйән ағай. Һин миңә ҡәләмдәш тә, дуҫ та, рухташ та. Әйткәндәй, яңыраҡ ҡәләмдәшебеҙ Шәйхелислам ағайға, эйе, Сибайға шылтыраттым. Бирешмәй ҡарт, һин дә мин йәшәп ята. “Сәлимгә сәләм әйт, ул һаман көрәшәлер инде”, – тине. Мин әйттем: “Сәлимйән ағай көрәшә һәм еңә”, – тинем. Бөрйәнгә барһаң да, Сәлимйән ағай, һине һорашалар. Дөрөҫөрәге, һағыналар. “Эх, Бәҙретдинов килеп төшһә ине...” тигәндәрен ишеткәнем булды. Килеп төшмәҫһең шул, хәҙер заман үҙгәрҙе, гәзит менән генә төҙәтеп булмаҫ. Шулай булғас, ағай, үҙең легенда булыуҙан баш тартма. Лайыҡлы эшләнең, лайыҡлы баһаһын да ала бел.
Йыш ҡына беҙгә Юлай ағай Ғәйнетдинов килеп керә. Эйе, шул, “Хазина”ның үҙе. Юлай ағай легенда ғына түгел, тере хазина. Мин уны, осраған һайын, шулай тип ҡосаҡлап алам: “Һаумы, Юлай ағай! Һин бит халҡыбыҙҙың хазинаһы.”
Бына шулай, Сәлимйән ағай. Бер генә фекер яҙғайның (тап һинеңсә инде), ә
күпме һүҙ сыҡты. Етәр, теге мәҡәләңде өсөнсө һанға планлаштырҙыҡ. Ну, шәп
яҙғанһың, баяғы, тап һинеңсә инде. Рәхмәт!