Бөтә яңылыҡтар
Баш мөхәррир һүҙе
1 Февраль 2018, 12:22

Ҡәҙерле дуҫтар!

Беҙҙе һеҙҙең менән уртаҡ маҡсат берләштерә. Ул да булһа, йөкмәткеле, уҡымлы журнал ижад итеү, уны мөмкин тиклем күберәк дуҫтарыбыҙға еткереү, ошо юлдар менән милләтебеҙҙең әҙәби-мәҙәни мөхитенең киңерәк даирәләрен барлыҡҡа килтереү.

Беҙҙе һеҙҙең менән уртаҡ маҡсат берләштерә. Ул да булһа, йөкмәткеле, уҡымлы журнал ижад итеү, уны мөмкин тиклем күберәк дуҫтарыбыҙға еткереү, ошо юлдар менән милләтебеҙҙең әҙәби-мәҙәни мөхитенең киңерәк даирәләрен барлыҡҡа килтереү.
Әҙип һәр дәүерҙә лә үҙ заманының юл ярыусыһы булған, халыҡ тормошо уның әҫәрҙәрендә сағылыш тапҡан. Беҙ элек-электән изге аманат итеп тапшырыла килгән журнал традицияларын һаҡлайбыҙ, яңыларын булдырырға ынтылабыҙ. Журналыбыҙҙа хәҙерге башҡорт әҙәбиәтенең ҡаҙанышы булырлыҡ әҫәрҙәр әленән-әле баҫылып тора. Әйтергә кәрәк, әҙәби процесс тап беҙҙең баҫмала сағылыш таба: яңы романдар, повестар, хикәйәләр, поэмалар, шиғырҙар, көндәлектәр, әҙәби тәнҡит мәҡәләләре китап итеп нәшер итеүҙән алда иң тәүҙә “Ағиҙел” журналының фатихаһын ала.

Беҙ республикабыҙҙа, Рәсәй Федерацияһында барған ваҡиғаларҙың уртаһында ҡайнайбыҙ, тип әйтергә лә мөмкин. Рәсәй Президенты Владимир Путиндың республикабыҙ ойошторолоуының 100 йыллығын билдәләү тураһында Указ ҡабул итеүе шул башланғыстарҙың рәсми танылыуы булды. Был датаны беҙ алдағы йылда билдәләйбеҙ. Ошо уңайҙан яҙыусы, С. Юлаев исемендәге премия лауреаты Ғәлим Хисамовтың республикабыҙ ойошторолоуы хаҡындағы “Шаҡай бураны” романы уҡыусылар тарафынан йылы ҡабул ителде. Оҙаҡламай С. Юлаев премияһы лауреаты, яҙыусы Ринат Камалдың “Башҡорт ғәскәре” романы баҫыла башлаясаҡ. Шулай уҡ яҙыусы Наил Ғәйетбайҙың “Бабич” романын уҡыусылар иғтибарына тәҡдим итергә йыйынабыҙ.

Беҙҙе журналға иғтибар арта барыуы һөйөндөрә. Уны алдырмаусылар китапханаларҙан, күршеләренән һорап булһа ла, уҡып барырға тырыша. Былтыр журналыбыҙҙы таратыу, подписка ойоштороу маҡсатында байтаҡ ҡына осрашыуҙар үткәрҙек. Шундай осрашыуҙарҙың береһе Күгәрсен районының үҙәге Мораҡта булды. Шунда өлкән йәштәге бер уҡыусыбыҙ: “Беҙ “Ағиҙел” журналын уҡып үҫкән быуын вәкилдәре Һ. Дәүләтшинаның “Ырғыҙ”, З. Биишеваның “Кәмһетелгәндәр”, Н. Мусиндың “Мәңгелек урман”, Т. Ғарипованың “Бөйрәкәй”, Г. Яҡупованың “Ҡатындар” романдары һымаҡ әҫәрҙәр баҫылһа, журналды алдырып уҡыясаҡбыҙ”, – тине.

Һәр ваҡыттағыса, журналыбыҙҙы күпләп алдырған райондарға рәхмәтлебеҙ. Улар: Баймаҡ, Хәйбулла, Әбйәлил, Белорет, Бөрйән, Ҡырмыҫҡалы, Яңауыл, Борай, Балтас, Стәрлебаш, Көйөргәҙе, Ишембай, Мәсетле, Ғафури райондары, Сибай, Стәрлетамаҡ, Ағиҙел ҡалалары. Шулай уҡ баҫмабыҙҙы 1-2 дана ғына алдырыусы райондар барлығы хаҡында ла әйтеп үтергә мәжбүрбеҙ.

Быйыл “Ағиҙел” журналы сыға башлауға 95 йыл тула. Ошо ваҡыт арауығында илебеҙ, республикабыҙ һәм халҡыбыҙ еңел булмаған, әммә данлыҡлы юл үтте. Барлыҡ ауырлыҡтарға, һуғыштарға, башҡа төрлө түңкәрелештәргә, иҡтисади һәм сәйәси көрсөктәргә ҡарамайынса, журналыбыҙҙың һаман да һаҡланып ҡалыуы, рухиәтебеҙ донъяһының бер сәхифәһен тәшкил итеүе юлыбыҙҙың дөрөҫлөгө хаҡында һөйләй.


Рәлиф КИНЙӘБАЕВ,

“Ағиҙел” журналының баш мөхәррире.


"Ағиҙел" - №1, 2018 йыл.

Читайте нас: