Ағиҙел
-9 °С
Ҡар
ӘҘӘБИӘТ
ЙӘМҒИӘТ
ӘҘӘБИ ЯҢЫЛЫҠТАР
ВК
ТЕЛЕГРАМ
Бөтә яңылыҡтар
Әбүзәрҙән шиғри күстәнәс!
23 Февраль 2020, 18:57
Ватанды һаҡлаусылар көнөнә Әбүзәрҙән шиғри күстәнәс!
Байрам менән, ил һаҡсылары!#Ағиҙелжурналы
СИК
Ил сигендә торҙом һаҡта,
Теге яҡта – Ҡытай ине.
Сит йолалар, ят ҡылыҡтар
Ошо сиктә туҡтай ине.
Хәҙер инде сиктәр ҙә юҡ,
Биктәр ҙә юҡ илебеҙгә.
Эттәре лә, беттәре лә
Эркелешеп килә беҙгә.
Мин бинокль аша күргән
Ҡытайлылар тулған илгә.
Бер килмешәк булып бара
Аҫабалар Туған илдә.
“Дәүләт сиге – йоҙаҡта!” – тип,
Автоматты ҡора инем,
Мин ҡасандыр, ғорур баҫып,
Ил сигендә тора инем...
Читайте нас:
Новости партнеров
Был стипендия кемдәргә түләнә?
На уровне молекул
Яңа елда пособиеләр күпмегә артачак?