Ағиҙел
-2 °С
Ҡар
ӘҘӘБИӘТ
ЙӘМҒИӘТ
ӘҘӘБИ ЯҢЫЛЫҠТАР
ВК
ТЕЛЕГРАМ
Бөтә яңылыҡтар
Әбүзәрҙән шиғри күстәнәс!
16 Сентябрь 2019, 10:55
Гәрәй Батыр
Әбүзәрҙән шиғри күстәнәсГәрәй Батыр
Салауат ӘБҮЗӘР
Гәрәй Батыр
Ары торһон Гарри Поттер,
Беҙҙә бар Гәрәй Батыр.
Юлда булған һәр кем уның
Тылсымлы көсөн татыр.
Асфальттар ята ялтлап,
Тәгәрмәстәр тәгәрәй,
Юлсыларҙың ҡаршыһына
Килә лә сыға Гәрәй.
Һәм һелтәй тылсым таяғын, –
Тылсымы ғәжәп бит, әй!
Шул таяҡ менән ҙур коттедж
Ултыртып ҡуйҙы Гәрәй.
Шул таяғы хасил итте
Машинаһын, гаражын...
Шул таяҡтан башҡа Гәрәй
Атламай, ти, бер аҙым.
Күрһә уны Гарри Поттер
Үҙе лә шаҡ ҡатыр ул:
Ҡөҙрәтле тылсым эйәһе –
Беҙҙең Гәрәй Батыр ул!
Читайте нас:
Новости партнеров
Лена ханым: "Улымды онотмайҙар"
На уровне молекул
Салкын тигәндә мунча керергә ярыймы?