Күпме тапҡыр килдем икән бында?!
Килгән һайын йәнде өтә ҡуҙ.
Күлдә йөҙгән ете аҡҡош кеүек,
Талғын ғына бейей ете ҡыҙ.
Матурлыҡты ҡол итергә теләп,
Яуыз заттар нисек ҡыланған, –
Гүйә, ҡыҙҙар табанына түгел,
Йөрәгемде ярып ҡыл һалған.
И, башҡорттоң ғорур ете ҡыҙы, –
Гүзәллектән торған батырлыҡ!
Табанығыҙ һыҙламаһын өсөн
Түшәк кенә булып ятырлыҡ!..