Ағиҙел
-2 °С
Ҡар
ӘҘӘБИӘТ
ЙӘМҒИӘТ
ӘҘӘБИ ЯҢЫЛЫҠТАР
ВК
ТЕЛЕГРАМ
Бөтә яңылыҡтар
Әбүзәрҙән шиғри күстәнәс!
30 Август 2019, 12:49
Салауат ӘБҮЗӘР. Сәүек
Бер ҡәләмдәшем: “Уҡыныңмы? Һинең турала шул-шул сайтта теләһә нәмә яҙғандар. Судҡа бир, интернетта яла яҡҡан кешене табыуы ҡыйын түгел ул”, – тине. Уйға ҡалдым. Бәй, ниндәйҙер бер бәндәнең эсендә ҡорттар ҡымжый тип, ниңә мин борсолорға тейеш әле? Ана, хатта президенттарҙы нисегерәк һүгәләр, хатта Аллаһ Тәғәләгә һүҙ тигеҙәләр... Ундайҙарҙың ҡорттары мине түгел, үҙҙәрен кимерә. Ә мин – бәхетле! Шиғриәт тигән илаһи фәрештә йыш ҡына миндә ҡунаҡ була, күңелемде наҙға сорнап, 4 балам үҫә. Яратҡан эшем бар, минең пьесалар буйынса ҡуйылған спектаклдәргә халыҡ эркелеп йөрөй, әҫәрҙәремде меңәрләгән кеше яратып уҡый... Юҡ, тиҙәктә соҡоноп йөрөргә уйым да, ваҡытым да юҡ минең. Шулай ҙа, был турала һүҙ сыҡҡас, ошо шиғыр юлдарын теркәп ҡуйырға булдым. СӘҮЕК Өрә лә, өрә бер сәүек, Өрә лә, өрә... Ҡурҡытам тип уйлай микән, Үҙенә күрә.
Бер ҡараһаң, яҙмышына
Зарлана кеүек.
Ни килбәт юҡ, ни тауыш юҡ, –
Эй, меҫкен сәүек!
Сәүек – сәүек инде. Ниңә
Торорға һөйләп.
Тамағыңа тығылғыры,
Мә, һиңә һөйәк!
Читайте нас:
Новости партнеров
Лена ханым: "Улымды онотмайҙар"
На уровне молекул
Салкын тигәндә мунча керергә ярыймы?