Бөтә яңылыҡтар

Әтәс

Әбүзәрҙән шиғри күстәнәс

Салауат ӘБҮЗӘР
ӘТӘС
Ил улдары сабыр итә әле,
Яу үткәнен көтөп ята улар:
Ҡайһы тарафтарға елдәр иҫер?
Көллө халыҡ нисегерәк һулар?
Самалайҙар: бизмән нисек тартыр?
“Ҡыҙыл”дармы еңер, әллә “аҡтар”?
Яу баҫылғас, иң беренсе булып,
Мөнбәрҙәргә менеп баҫасаҡтар.
“Таң һыҙылды, уянығыҙ! – тиеп,
Һөрән һалыр заман әтәстәре.
Ә әлегә ҡуйындарҙа ята
Кейеләсәк алмаш кәпәстәре...
Читайте нас: