Ағиҙел
-2 °С
Ҡар
ӘҘӘБИӘТ
ЙӘМҒИӘТ
ӘҘӘБИ ЯҢЫЛЫҠТАР
ВК
ТЕЛЕГРАМ
Бөтә яңылыҡтар
Әбүзәрҙән шиғри күстәнәс!
21 Август 2019, 20:22
Эҙләү...
Салауат ӘБҮЗӘРЭҘЛӘҮ...Кешеләр Уны эҙләгәнТаш быуаттан бирле, –
Салауат ӘБҮЗӘР
ЭҘЛӘҮ...
Кешеләр Уны эҙләгән
Таш быуаттан бирле, –
Өлөшкә ит турағанда,
Бүлешкәндә тире.
Кемдер Уны ғүмер буйы
Эҙләп маташҡандыр,
Хатта йоҡлаған саҡта ла
Ул тип һаташҡандыр.
Уны даулап яуға сапҡан
Күпме ата-бабам!..
Һәм ейәндәр күкрәк һуға:
“Мин барыбер табам!”
Уны эҙләп, һин дә, мин дә
Күпме ишек ҡаҡтыҡ?!..
Тик бер һорау ғына таптыҡ:
“Ҡайҙа һуң һин, ХАҠЛЫҠ?”
Читайте нас:
Новости партнеров
Лена ханым: "Улымды онотмайҙар"
На уровне молекул
Салкын тигәндә мунча керергә ярыймы?