Бөтә яңылыҡтар

Фокус

Әбүзәрҙән шиғри күстәнәсИ бер ҡатлы бала саҡтар —Ышандыҡ фокуссыға:

Салауат Әбүзәр
Фокус
И бер ҡатлы бала саҡтар —
Ышандыҡ фокуссыға:
Күҙ алдында ҡулындағы
Тинлектәр юҡҡа сыға...
Хәҙер донъя — үҙе цирк,
Илебеҙ — бер арена.
Гүйә, фокус ҡарар өсөн
Килгәнбеҙ Ер шарына.
Ҡулдарына күҙ эйәрмәй,
"Һә " тигәнсә оталар.
Улар өсөн күкәй нимә —
Миллиондарҙы йоталар...
Ана, берәү завод йотто —
Торғаны менән — гурман!
Ауыҙына инеп китте
Тотош күл, тотош урман...
Берәү йотто газ торбаһын,
Берәү нефть вышкаһын...
( Ер шарын да йотор улар,
Тәүбә!.. Хоҙай ҡушмаһын!)
Бер әйтерҙәр:" Фокус тамам!"
Бөтөргәс илде йотоп.
Ауыҙ асып ҡалыр халыҡ,
Теге нәмәһен тотоп...
Читайте нас: