Ағиҙел
-3 °С
Ҡар
ӘҘӘБИӘТ
ЙӘМҒИӘТ
ӘҘӘБИ ЯҢЫЛЫҠТАР
ВК
ТЕЛЕГРАМ
Бөтә яңылыҡтар
Әбүзәрҙән шиғри күстәнәс!
14 Август 2019, 10:43
Полундра!
Һағыш баҫҡанда тағы бер шиғыр
Салауат ӘБҮЗӘР
ПОЛУНДРА!..
Һағыш диңгеҙенә батам, –
Ауылым һағындыра!
Диңгеҙ теле менән әйтһәк,
Йөрәктә – "Полундра!"
“Ташландыҡ бер утрау һымаҡ
Ауылым ҡалды йыраҡ...” –
Ут өҫтәп янған йөрәккә
Бер бурлак тора йырлап.
Ул утрауҙа яңғыҙ ҡарсыҡ
Сикһеҙ диңгеҙгә ҡарап,
Робинзондай күҙәтәлер,
Күренмәҫме, тип, карап.
Һәм ҡайтып үҙ ҡыуышына
Ҡабыҙалыр усағын.
Иртән тороп тағы килер
Ҡарарға “диңгеҙ” яғын...
Сайҡала диңгеҙ, сайҡала...
Ләкин ул бишек түгел.
Иркәләр наҙлы ҡулдар юҡ, –
Күшектем, өшөп күңел.
Һағыш диңгеҙенә батам, –
Ауылым һағындыра!
Диңгеҙ теле менән әйтһәк,
Йөрәктә – "Полундра!"
Читайте нас:
Новости партнеров
Ҡыш ҡасан килә?
Уфимский лимонарий – точка притяжения туристов со всех концов России
Балтачлар аккошлар гаиләсе өчен борчыла