Ағиҙел
-7 °С
Болотло
ӘҘӘБИӘТ
ЙӘМҒИӘТ
ӘҘӘБИ ЯҢЫЛЫҠТАР
ВК
ТЕЛЕГРАМ
Бөтә яңылыҡтар
Әбүзәрҙән шиғри күстәнәс!
8 Август 2019, 13:15
Скрипкасы
Скрипкасы
Салауат ӘБҮЗӘР
СКРИПКАСЫ
Ах, скрипкасы! Күңелемдең
Аҡтарып бар юшҡынын,
Гүйә, скрипка ҡылын түгел,
Йөрәгемде ышҡының!
...Ана, минең бала сағым, –
Атайһыҙ ҡалған малай,
Ҡәбер өйөмөн ҡосаҡлап,
Үкһеп-үкереп илай...
...Сәнселдем бер саҡ йәремдең
“Юҡ!” тигән бысағына...
Ә скрипкасы аяу белмәй, –
Бәғерҙе быса ғына.
Үткәндәрем һыҡтай, үкһей...
Нисек түҙергә кәрәк?!
Гүйә, скрипкасы ҡулында
Ышҡыла минең йөрәк!..
Читайте нас:
Новости партнеров
1 ғинуарҙа саҡ үлемдән ҡалған
На уровне молекул
“Ана капиталы” акчасы калган иде