Бөтә яңылыҡтар

Һағыш

Шатлығымдан ҡапыл тертләп киттем...

Салауат ӘБҮЗӘР
ҺАҒЫШ
Шатлығымдан ҡапыл тертләп киттем:
Уҙырғамы ары?.. Уҙмаҫҡа?..
Әллә Хоҙай, берәү менән бутап,
Алып инде мине ожмахҡа?!
Был ҡоштарҙы ҡайҙа күрҙем һуң мин?
Ҡайҙа тыңланым һуң был моңдо?
Былбылмы ул, әллә фәрештәнең
Ҡанаттары тейгән ҡыл булды?
Өҙөп ҡапһаң әгәр алмаларын
Ғүмерең буйы сауап ҡылырлыҡ!
Тупрағына баҫып йөрөү түгел,
Тик бер орлоҡ булып сумырлыҡ!
...Тыуған яҡҡа күптән ҡайтҡаным юҡ,
Йөрәк, ахры, шундай зарыҡҡан.
Һағышымды баҫып, сығып киләм
Ҡала эсендәге парктан...
Читайте нас: