Ағиҙел
-11 °С
Ҡар
ӘҘӘБИӘТ
ЙӘМҒИӘТ
ӘҘӘБИ ЯҢЫЛЫҠТАР
ВК
ТЕЛЕГРАМ
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Әбүзәрҙән шиғри күстәнәс!
31 Июль 2019, 08:50
Ҡарбуҙ
Салауат ӘБҮЗӘР "Ҡарбуҙ" тәҡдим итә.
Салауат ӘБҮЗӘР
ҠАРБУҘ
Ҡарбуҙ күтәргән малайҙай
Хәл бөттө, арып-талдым.
Яҙа баҫып, абындым да
Саҡ-саҡ йығылмай ҡалдым.
Төшөп китә яҙҙы ҡарбуҙ, –
Харап була, эй, Аллам!
Бар көсөмдө йыйып, тағы
Уны ҡосаҡлап алам.
Оло юлдан киләм шулай,
Кемдер шаяртып ҡала.
Өлкәндәр баш сайҡап ҡуя:
“И-и, бала, бала, бала!”
Эстән ҡабатлайым мең ҡат:
“Сабыр бул, атла зарһыҙ!
Был – минең ауыр татлы йөк,
Был – минең генә ҡарбуҙ!”
Читайте нас: