Бөтә яңылыҡтар

Салауат ӘБҮЗӘР. Мостай, Бикбай

Башҡортостандың халыҡ шағиры, рухи донъябыҙҙың аҡ аҡылы Рауил ағай Бикбаев менән хушлаштыҡ. Ошо шиғри һүҙем Шағир ҡәберенә бер ус тупраҡ булһын! Рухи донъябыҙ ҡараңғы Мостайһыҙ һәм Бикбайһыҙ. Көн ҡояшһыҙ ҡалған кеүек, Төн ҡалған кеүек айһыҙ.

Тормош яуҙы хәтерләтә, –
Күпме уҙаман ауҙы!..
Күңелде тик шул йыуата:
Ауҙарып булмай тауҙы.

Ҡояшты булмай һүндереп,
Һәм балҡып торор ай ҙа. –
Рухи донъябыҙҙы нурлар
Мостай менән Бикбай ҙа.

2019 йыл, 25 апрель.

Читайте нас: