Ағиҙел
-5 °С
Болотло
ӘҘӘБИӘТ
ЙӘМҒИӘТ
ӘҘӘБИ ЯҢЫЛЫҠТАР
ВК
ТЕЛЕГРАМ
Бөтә яңылыҡтар
Әбүзәрҙән шиғри күстәнәс!
19 Апрель 2019, 09:44
Салауат ӘБҮЗӘР. Күк ҡабағы
(Ҡәҙер төнөндә күк ҡабағы асылһа, теләктәр ҡабул була, ти) Йәшәй-йәшәй был донъяла, Тормош бирҙе һабағын: Күк ҡабағы асылманы, Асылды күҙ ҡабағым.
Күктән һорағандар күптән
Алдымда ята икән:
Минең бәхет булып гөлдәр
Сәскәләр ата икән.
Минең бәхет булып ҡоштар
Һай(ы)рай ҙа һай(ы)рай.
Бәхет булып ҡояш ҡалҡа,
Бәхет булып ай урай...
Бәхет үҙем менән икән, –
Ниңә ҡыуып сабаһы?!
Ошо яҡты донъяға тик
Асылһын күҙ ҡабағы!
Читайте нас:
Новости партнеров
1 ғинуарҙа саҡ үлемдән ҡалған
На уровне молекул
“Ана капиталы” акчасы калган иде