Бөтә яңылыҡтар

Салауат ӘБҮЗӘР. ТЕАТР

Шаршау асылды. Ҡурсаҡтар Йүгерешә башланы: Берәү үлеп ғашиҡ булды, Кем берәүҙе ташланы.

Берәү хәйлә менән йәшәй, –
Тамаҡ, тип бошҡаны юҡ.
Хәҡиҡәт, тип саба берәү, –
Кейергә ыштаны юҡ.
Мальвина – урам сатында,
Иҫереп ята Пьеро.
Аҙым һайын банк, кибет,
Аптека, салон, бюро...
Күҙгә күренмәгән епкә
Бәйләнеп, ғүмер уҙа.
Тормош – ҡурсаҡ театры,
Унда – Карабас хужа.
Читайте нас: