Барлыҡ маҡтау-рәхмәтебеҙ Һиңә генә, –
Һинең ҡөҙрәт менән йәнгә иман инә.
Һин – шәфҡәтле, миһырбанлы, мәрхәмәтле, –
Шөкөр тибеҙ биргәнеңә, беҙ – рәхмәтле.
Эй, Раббым, гонаһтарҙы ярлыҡай күр,
Халҡыбыҙға сәләмәтлек, сабырлыҡ бир!
Хәләл булһын тапҡаныбыҙ, ҡапҡаныбыҙ,
Көфөрлөктән азат булһын уй-аңыбыҙ.
Һәр ҡолоңа насип әйлә донъя йәмен.
Теләгебеҙ ҡабул булһын, Раббым! Амин.