Ағиҙел
-7 °С
Болотло
ӘҘӘБИӘТ
ЙӘМҒИӘТ
ӘҘӘБИ ЯҢЫЛЫҠТАР
ВК
ТЕЛЕГРАМ
Бөтә яңылыҡтар
Әбүзәрҙән шиғри күстәнәс!
13 Апрель 2019, 10:16
Салауат ӘБҮЗӘР. “ЛАЙЫҠ”
Кеше әллә үтә башлы,Әллә аңы һайыҡты, –Бер-береһенән уҙҙырып,Эй йыялар “лайыҡ”ты.
Әйтәләр: фәлән ҡатын, ти,
Фәләнсә байып ҡуйған.
“Сайт”ҡа артын төшөрөп,
Меңәрләп “лайыҡ” йыйған.
Ғашиҡтар ҙа бер-беренә:
“Мин һине бик “лайыҡ”, ти, –
Һин дә әгәр “лайыҡ” икән,
Беҙ бергә булайыҡ”, – ти.
Бына мин дә ултырамын, –
Ни иҫерек, ни айыҡ.
Бәлки, бер байып китермен,
Ҡуйығыҙ әле “лайыҡ”!
Читайте нас:
Новости партнеров
1 ғинуарҙа саҡ үлемдән ҡалған
Соңгы кыңгырау кайчан яңгыраячак?
«Бумага» не сдаётся