Бөтә яңылыҡтар

Салауат ӘБҮЗӘР. АЛТЫН КҮКӘЙ (Әкиәт түгел)

Бер көндө бер батшалыҡта Бер тауыҡ һалған күкәй. Тотонған был ҡытҡылдарға, Һис тыйылмай, ти, бит әй.

Эй, ҡытҡылдай, эй, ҡытҡылдай:
“Күрһен бөтә халҡым, – ти. –
Был бит ябай күкәй түгел,
Был күкәй саф алтын”, – ти.
Шау-шыу ҡуба батшалыҡта:
“Кәрәк, – тиҙәр, – маҡтарға.
Таратайыҡ был тауыҡтың
Данын төрлө яҡтарға!”
Гәзиттәр баҫып сығара:
“Был тауыҡ лайыҡ тажға,
Ул һалған алтын күкәйҙе
Ҡуйырлыҡ Эрмитажға!”
Тыңлап торһа, һуҡырҙың да
Сығырлыҡ күҙ йәштәре.
Кәртә баштарына ҡунып,
Яр һала әтәстәре:
“Был тауыҡтың ижадына
Донъя хайран ҡаласаҡ,
Алтын күкәй генә түгел,
Алмас күкәй һаласаҡ!”
Маҡтай-маҡтай, күкрәгенә
Ҡуйҙылар миҙал тағып.
Ҡупырайып китте тауыҡ,
Йөрөй ҡанатын ҡағып.
... Бер көн, күкәйҙе күрергә
Йыйылды көллө халыҡ.
Ҡулдан-ҡулға йөрөтәләр,
Ҡарайҙар хайран ҡалып.
Шул саҡ күкәй көтмәгәндә
Тәгәрәп, төшөп китте.
Тамаша ҡылған халыҡтың
Тәндәре өшөп китте.
Селпәрәмә килде күкәй,
Таралып китте һаҫыҡ,
Ҡапыл ситкә һибелеште
Кешеләр, танау баҫып...
Читайте нас: