Бөтә яңылыҡтар

Салауат ӘБҮЗӘР. ХАЛЫҠҠА ЯҢЫ КЕЙЕМ

Х. К. Андерсендың «Батшаның яңы күлдәге” әкиәтенә эйәреп. Борон заманмы, белмәйем, Батша саҡырып Бейен: “Тиҙ арала тектер, – тигән, – Халыҡҡа яңы кейем!”

Ни ҡылырға белмәй, ти, Бей, –
Мәсьәләнең төбө юҡ:
Кейем бесергә тауар юҡ,
Энәһе юҡ, ебе юҡ...
Уйлай торғас, урынынан
Һикереп үк торған, ти.
Ете диңгеҙ аръяғынан
Тегенсе саҡырған, ти.
“Тегенсе дуҫ, башыбыҙға
Төштө ҙур бәлә, – тигән. –
Был эш бары һинең генә
Ҡулыңдан килә”, – тигән.
Тегенсе күҙ ҡыҫа быға:
“Юҡҡа борсолма, Бейем,
Тегеп бирермен халҡыңа
Затлынан-затлы кейем!
Ләкин уның бер сере бар:
Ҡолаҡ һал һүҙемә, – ти, –
Ул кейем һис тә күренмәҫ
Ахмаҡтар күҙенә”, – ти.
Шулай итеп, ике яҡ та,
Ҡаҙанда ит бешеүгә,
Устарын устарға һуғып,
Ҡул ҡуя Килешеүгә.
Иртәгәһен ҙур майҙанға
Йыйылған көллө халыҡ,
Һәм ярандар тегеләй-былай
Саба, ти, хайран ҡалып:
–Бындай кейем донъяла юҡ!..
–Кейем түгел был – тәтәй!..
–Әллә нур ҡушып теккәндәр!..
–Килешеп тора, үәт, әй!..
–Күҙҙең яуын ала инде!..
–Иҫ киткес биҙәктәре!..
–Ҡарағыҙ әле, алтын бит
Тағылған һиҙәптәре!..
Эй, маҡтайҙар, эй, данлайҙар, –
(Ни ҡылаһың ялланғас...)
Шунда бер малай ҡысҡырҙы:
–Ә халыҡ бит яланғас!..
Читайте нас: