Салауат ӘБҮЗӘР. БАШҠОРТОСТАН

Беҙҙә ҡояш башҡасараҡ, Бешеп, алланып тора. Нур булып, унан һуҙылып Өҫкә бал тамып тора.

Тәме китмәҫ тел осоңдан,
Ҡараһаң тик бер татып.
Хатта тупраҡ һутҡа тулған –
Яларлыҡ Ергә ятып.
Нескә билле бал ҡортолай,
Ҡыҙҙар ташый бал ғына.
Мәңге ғашиҡ буласаҡһың,
Бер тапҡыр күҙ һал ғына.
Ғәзиз ерем — һутлы кәрәҙ,
Ынйыға бай, йомарт та.
Халҡым, гүйә, егәрле күс,
Ә Ватаным – Умарта.
Читайте нас