Бөтә яңылыҡтар

Салауат ӘБҮЗӘР. Шиғыр ғына яҙырлыҡ яҙ...

* * * Шиғыр ғына яҙырлыҡ яҙ, Күҙең туймаҫ матурлыҡ! Моңға тулған йөрәк шартлап, Сәскә булып атырлыҡ!

Бынау берәҙәк этте лә
Яратып үтке килә.
(Ҡыҙҙар хаҡында һүҙ ҙә юҡ –
Бер һурып үпке килә!)
Был гүзәллек моңһоҙҙо ла
Бөйөк шағир итерлек.
Яҙҙың ҡайнар һулышынан
Иреп, ағып китерлек!..
Читайте нас: