Ағиҙел
-12 °С
Болотло
ӘҘӘБИӘТ
ЙӘМҒИӘТ
ӘҘӘБИ ЯҢЫЛЫҠТАР
ВК
ТЕЛЕГРАМ
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Әбүзәрҙән шиғри күстәнәс!
13 Февраль 2019, 17:07
Салауат ӘБҮЗӘР. Го-о-л!!!
Әйтмәҫ һүҙеңде әйтерһең,Иҫ-аҡыл китә бит, ә!Күпме ир-ат ғүмерҙәреГел сәкән һуғып үтә.
Әкиәттәге кеүек был:
Шар һуғыусыға – почет!
Ә әбей менән бабайҙа
Бер ҡайғы ла юҡ, начерт!
Әбей сәйлек тинлек һанай,
Махорка төрә бабай.
Өҫтәүенә, ут-һыуға ла
Хаҡ артҡан: "Деньга давай!"
Икеһе лә ғүмер буйы
Бил бөктө был ил өсөн.
Матур булһын киләсәк, тип,
Бирҙеләр үҙ өлөшөн.
Әле, бына, ултыралар
Сәкән һуҡҡанды ҡарап:
"Гол" индереп ҡуймаһындар,
"Гол" инһә – эштәр харап!..”
Читайте нас: