Ағиҙел
-2 °С
Ҡар
ӘҘӘБИӘТ
ЙӘМҒИӘТ
ӘҘӘБИ ЯҢЫЛЫҠТАР
ВК
ТЕЛЕГРАМ
Бөтә яңылыҡтар
Әбүзәрҙән шиғри күстәнәс!
16 Ноябрь 2018, 11:30
Хатта Гулливерҙарҙан да Лилипуттар тыуа.
ШАР Ел осорған шар артынан Йүгергән малай кеүек, Минең йөрәгем һаман да Хыял ҡыуалай кеүек. Ана тотам, бына тотам Тик бер генә уҡталһам...
Мин йүгергән һайын ҡаса,
Туҡтай, әгәр туҡталһам.
"Тота яҙып ҡына ҡалдым!"-
(Шуға ла шатланаһың!)
Өмөтләнеп, тағы ҡыуаң, -
Шар ғына шартламаһын...
***
Йылғалар хәҙер һайыҡты,
Күктәр шундай тәпәш.
Аҡ һаҡаллы ҡарттары ла
Сабый менән йәштәш.
Бөркөттәр ҙә, йыландар ҙа
Ерҙә генә шыуа.
Хатта Гулливерҙарҙан да
Лилипуттар тыуа.
Тәхеттәр ҙә кесерәйҙе
Һәм бәләкәй тажы.
Үҙ башына үлсәп ҡарай
Уны һәр бер таҙы.
Ер шары ла усҡа һыйыр, -
Тәтәй ҡурсаҡ ҡына.
...Тик үҫкәндән-үҫә бара
Бары ҡорһаҡ ҡына...
***
Әйткәндәй... Сайттың яңылыҡтарын ваҡытында белер өсөн б
еҙҙең "ВКонтакте"лағы төркөмгә яҙылығыҙ!
Читайте нас:
Новости партнеров
Был стипендия кемдәргә түләнә?
На уровне молекул
Яңа елда пособиеләр күпмегә артачак?