Ағиҙел
-2 °С
Болотло
ӘҘӘБИӘТ
ЙӘМҒИӘТ
ӘҘӘБИ ЯҢЫЛЫҠТАР
ВК
ТЕЛЕГРАМ
Бөтә яңылыҡтар
Әбүзәрҙән шиғри күстәнәс!
15 Ноябрь 2018, 17:26
ӘКИӘТ ТҮГЕЛ...
Өлкәнәйә барған һайынӘкиәткә тартылам:Эх, эйәреп китке киләСерле йомғаҡ артынан.
Йомро-йомро был йомғағым
Тәгәрәр ҙә тәгәрәр...
Мин ҡалмам, һинең яныңа
Ул алып барһа әгәр.
Һин ташларһың тарағыңды, -
Араға ҡалҡыр урман.
Мин уны йырып сығырмын,
Ҡартайҙым, тиеп тормам.
Арабыҙҙа күлдәр йәйрәр,
Ташлаһаң һин көҙгөңдө.
Йөҙөп сығам, тик бер генә
Күрер өсөн йөҙөңдө.
Эх, был ғүмер тигәндәрең
Әкиәт кеүек үткән.
Йомро-йомро шул йомғағым
Мөхәббәт булды микән!?
***
Әйткәндәй... Сайттың яңылыҡтарын ваҡытында белер өсөн б
еҙҙең "ВКонтакте"лағы төркөмгә яҙылығыҙ!
Читайте нас:
Новости партнеров
Был стипендия кемдәргә түләнә?
На уровне молекул
Яңа елда пособиеләр күпмегә артачак?