Ағиҙел
-5 °С
Болотло
ӘҘӘБИӘТ
ЙӘМҒИӘТ
ӘҘӘБИ ЯҢЫЛЫҠТАР
ВК
ТЕЛЕГРАМ
Бөтә яңылыҡтар
Әбүзәрҙән шиғри күстәнәс!
3 Ноябрь 2018, 14:10
Минең телем
Таш быуаттан килә минең телем, Мәмерйәлә тыуған тәүге өнө. Шишмә сыңы ишетелә унда, Һеңеп ҡалған уға ут төтөнө.
Яңғыраған ул йыртҡыс аулағанда,
Йәйәләрҙән осҡан уҡ булып.
Тиртеп сыҡҡан бейә елененән,
Сәскәләрҙән тамған һут булып.
Ҡылыс булып ҡындан һурылған ул
Яу килгәндә тыуған еремә.
Ул ағылған ҡурай моңо булып,
Күтәрелеп Урал үренә.
Үртәгәндәр уны һәм аҫҡандар...
Меңәрләгән ауыл көлөнән
Ул терелеп ҡабат атылып сыҡҡан
Бишектәге сабый теленән.
Ата-бабаларҙың аманаты,
Тере рухы – башҡорт теле ул.
Халҡыбыҙҙың аҫыл хазинаһы,
Милләтемдең изге түле ул!
***
Әйткәндәй... Сайттың яңылыҡтарын ваҡытында белер өсөн б
еҙҙең "ВКонтакте"лағы төркөмгә яҙылығыҙ!
Читайте нас:
Новости партнеров
1 ғинуарҙа саҡ үлемдән ҡалған
На уровне молекул
“Ана капиталы” акчасы калган иде