Рәсимә Миңлебулат ҡыҙы тураһында мин иң беренсе Сибай педагогия училищеһында уҡыған апайым Миңзифа Вәсил ҡыҙы Байышеванан ишеттем. Апайым уҡытыусыһы тураһында шул тиклем һоҡланып һөйләй торғайны, мин хатта уның ҡул аҫтында уҡыр өсөн генә педагогия училищеһына барырға ла ниәтләгәйнем, ләкин тормош минең яҙмышыма үҙ төҙәтмәһен индерҙе, әммә был илаһи зат менән осрашыу мөмкинлеген бирҙе.
Башҡорт дәүләт университеты. Беренсе ятаҡ. Мин китап уҡып ултырам, бүлмәләш ҡыҙҙар һәр береһе үҙ йомошо менән ҡайҙалыр сыҡҡан. Ишек шаҡынылар.
– Инегеҙ, – тип өндәшәм.
Бер ҡулына йәтеш кенә сумка, икенсеһенә пакет тотоп, матур ғына апай килеп инде.
– Әнисә бында йәшәйме? (Һүҙ филология фәндәре кандидаты, журналист Әнисә Ишйәрова-Муллағолова тураһында бара).
– Эйе.
– Ә һин кем, ҡайҙан булаһың, туғаным?
– Баймаҡ районы Байыш ауылынан Миңзәлә Байышева.
– Миңзифаның һеңлеһеме?
– Эйе!
– Ә һеҙ Рәсимә апай Ураҡсинамы?
– Бына бит, хатта заочно танышбыҙ, ҡалай һәйбәт булды, туғаным!
Шул 80-се йылдарҙан башланды беҙҙең аралашыу. Ул, Өфөгә юлы төшһә, беҙҙең ятаҡҡа инеп сыға, шул арала уҡыуыбыҙ менән ҡыҙыҡһына, матур кәңәштәрен бирә.
Мин уҡыуҙы тамамлағас, Дәүләкән районының Ҡоръятмаҫ ауылына эшкә тәғәйенләндем. Рәсимә апай менән төрлө сараларҙа осраша башланыҡ, Әхиәр Хәкимовтың йорт-музейы асылғас, беҙҙең аралашыуҙар йышайҙы. Ул шиғыр яҙыусы балалар менән осрашып, оҫталыҡ дәрестәре уҙғарырға теләк белдерҙе. Ә беҙ, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары, саҡырыу алыу менән, Ҡыҙрас мәктәбенән Тәнзилә Юсеева, 3-сө башҡорт гимназияһынан Зөләрәм Снигирева һ.б. уҡыусыларыбыҙҙы алып, барып та етәбеҙ. Ул балалар менән шул тиклем ихлас һөйләшә, йәһәт кенә уртаҡ тел таба, тәүҙәрәк уҡыусылар ҡыйыуһыҙ ғына оялышып ултырһа, бер аҙҙан инде шағирә апайҙары менән аралашалар, ижад емештәре менән бүлешәләр.
Рәсимә апайҙа дәрт, ижад көсө ташып тора ине. Ул ниндәй генә саралар уйлап тапмай! Бер йыл Дим йылғаһы буйында урынлашҡан ауылдарҙа ижад менән шөғөлләнгән балалар менән осрашып, Шишмә, Дәүләкән, Әлшәй, Миәкә һ.б. райондары буйлап сәйәхәт ойошторҙо, тыуған ауылында урындағы әүҙем егеттәр менән бергәләп “Мең” ырыуы йыйыны уҙғарыуҙы уңышлы атҡарып сыҡты, хәҙер был сара Яңы Яппарҙа йыл һайын үткәрелә.
Рәсимә апай тураһында бик күп һөйләргә мөмкин. Мин уларҙың бер нисәһенә туҡталып китмәксемен. Апайыбыҙ бар кешегә шул тиклем иғтибарлы ине, уның туғандары, яҡындары, таныштары бихисап, шуларҙың араһында ул айырым кешеләргә ихтирамын күрһәтергә лә аптырап тормай.
Мәскәү ҡалаһынан зәңгәр генә ҡашлы алҡа менән йөҙөк алып ҡайтып бүләк итте ул миңә.
– Туғаным, биҙәүестәр һатылған бер магазинға ингәйнем, ошо комплектты күрҙем дә ҡапландым! Һинең күҙҙәреңдең төҫөндә, тап һиңә тип тәғәйенләп алып ҡайттым!
Икенсе юлы тағы Дәүләкәндә осраштыҡ.
– Туғаным, был яулыҡты икенсе тапҡыр алып киләм, үткәнендә осраша алманыҡ бит, Төркиәнән һиңә тип алғайным!
Ә яулығы Асылыкүлдәй ҙур, зәңгәр генә сәскәле!
Аҙаҡҡы тапҡыр Рәсимә апай менән июнь айында Әхиәр Хәкимдең йорт-музейында әҙәби марафонда осраштыҡ, саранан һуң апай мине вокзалға оҙатып ҡуйыуымды һораны. Икәүләп яйлап ҡына вокзал яғына киләбеҙ, ул миңә таяныбыраҡ атлай.
– Туғаным, бер кемгә лә һөйләмәйем, хәлем һәйбәттән түгел. Мәскәүҙә лә профессорҙар ҡараны, әллә ни ҡыуанырлыҡ хәбәр әйтмәнеләр. Шуға аяғым йөрөгәндә тыуған яҡтарымдан бер урап ҡайтайым әле, тинем.
Юл ыңғайы “Баҡса” магазинына инеп сығырға теләк белдерҙе. Сәскә орлоҡтары алды, күп итеп.
– Мә, туғаным, был орлоҡтар һиңә, ошолайтып, ошолайтып һип баҡсаңа, минең төҫөм булып ялбырап сәскә атып ултырһындар!
Әле баҡсамда сәскәләрҙең бер нисә төрө Рәсимә апайҙы хәтерләтеп, яҙ һайын сәскәгә төрөнә.
Автобусҡа ултырғансы тағы мине 12 июлгә баҡсаһына ҡунаҡҡа саҡырҙы, ул көндө беҙ апайым менән Төркиәнән ялдан ҡайтырға тейешбеҙ.
– Туғаным, Миңзифа менән икәүләп аэропорттан тура беҙгә килегеҙ, ишек алдында бер ҡаҙан бәрәңге бешерәбеҙ, самауыр ҡайнатабыҙ, рәхәтләнеп һөйләшеп ултырабыҙ.
Аллаһ бирһә, тип әйтмәнекме, юғиһә? Донъябыҙ артта ҡала, тип уйланыҡмы? Тура өйгә ҡайтып киттек! Шул тиклем үкенесле!
Августың ундарында “Дим” әҙәби берекмәһенең ул ваҡыттағы етәксеһе, музей директоры Гөлүзә Буранбаеваға шылтыратҡан Рәсимә апай.
– Нишләп йоҡлап йөрөйһөгөҙ Миңзәләгә Башҡортостан Яҙыусылар союзына инергә рекомендация яҙмай? Минеке әҙер, компьютерымда тора. Тиҙерәк ҡыймылдағыҙ, туғаным!
Үҙенең хәле ҡыл өҫтөндә саҡта ла кемдер тураһында хәстәрлек күреп ултырған апайыбыҙ! Ниндәй киң күңеллелек, йомартлыҡ, ихласлыҡ!
Ә беҙ уны һағынабыҙ! Эргәбеҙҙә матур кәңәштәрен бирер, беҙҙең турала ҡайғыртыр апайыбыҙ юҡ!
“Туғаным!” тип өҙөлөп өндәшер Рәсимәбеҙ юҡ!
Миңзәлә ХӘЛИЛОВА,
Рәсәй һәм Башҡортостан Яҙыусылар союзы ағзаһы,
Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы,
Әхиәр Хәкимов исемендәге премия лауреаты,
“Дим” әҙәби берекмәһе етәксеһе.
(Мәҡәлә 2025 йылда "Ағиҙел" журналының 10-сы һанында баҫылды).