Беҙ һигеҙ йыл йәшәнек. Һигеҙ йыл әсәһен түҙҙем. Юҡ, беҙҙең менән йәшәмәне ул, уныһына рәхмәт. Ә шулай ҙа, гел эргәлә һымаҡ тойолдо. Буйы менән шылтыратыр, кәрәкһә лә, кәрәкмәһә лә кәңәштәр бирер, бойорор ине. Ирем гел әсәһен тыңланы, хатта уның бөтөнләй ҡолаҡҡа ятмаған әйберҙәр һөйләүенә лә иғтибар бирмәне.
Ялға йыйынабыҙ. Билеттар алдым, отель белештем. Барыһы ла әҙер. Юлға сығыр алдынан бер аҙна ҡалғас, әсәһе әйтә: “Төш күрҙем – аварияға эләгәсәкһегеҙ. Бармағыҙ”. Ирем ышанды, тотто ла, билеттарҙы, ҡунаҡханаға урынды киреп тапшырҙы. Минән һорап тороу, минең менән кәңәшләшер урынға, “кире ҡайтарылды” тип яҙылған билеттарҙы ғына ҡулыма тотторҙо. Үҙе бер ни булмағандай тыныс ине.
Бер мәлде яңы диван алдыҡ. Күңелемә ята, йәмле генә үҙе. Әсәһе килеп, диванға ултырыуы булды, йөҙө сирылды.
- Әйҙә мин һеҙгә иҫке диванымды бирәм, унда ултырыуы уңайлыраҡ. – ти.
Ул диваны бысранып, таптарға буялып бөткән, үҙенән әллә ниндәй еҫ сыға. “Бәлки ысынлап та әсәйҙең диванын алырбыҙ”, - иремдең ошо һүҙҙәрен ишетеп, ҡысҡырып илап ебәрмәҫкә, бар көсөм менән иренемде тешләнем.
Әсәһе миңә гел һин күп ашайһың, тиер ине. Ҡунаҡҡа килгәнендә, минең салат тәмләүемде күреп, иремә “Тәрилкәһенең ҙурлығын күрҙеңме? Һимерә хәҙер!” тине. Ирем бер аҙна буйы минең ашауымды сикләп маташты. Утыҙ ике йәшлек булыуыма ҡарамаҫтан, ярамаған кәнфит ашап тотолған бәләкәй балалай һиҙҙем үҙемде.
Ирем бер ҡасан да мине яҡламаны. Гел генә “Әсәй борсола бит, ул беҙгә изгелек теләй, һин барыһын да ҡуйыртаһың”, - тине. Мин инде үҙ өйөмдә үҙемде ете ят бер кешеләй тойор хәлгә еткәйнем. Әйтерһең дә, ҡуртымға фатир төшөрәм, ә уның хужабикәһе – иремдең әсәһе.
Өйҙә бер кем булғанда, беҙгә килеп улы биргән асҡысы менән асып инеүе һуңғы тамсы булды минең өсөн. Сәбәбе – минең нисек өй йыйыштырыуымды тикшереү. Сумаҙанға әйберҙәрем йыйылған ине – сыҡтым да киттем. Әхирәтемә барҙым тәүҙә, нисек кенә ҡыйын булмаһын, башҡа әйләнеп ҡайтмаҫҡа ҡарар иттем.
Айырылышыуға ғариза бирҙем. Ирем шылтыратып ғәфү үтенеп маташты. Әсәйем дә айырылышыуға ҡаршы, тине. Беҙҙең бергә булыу-булмауыбыҙҙы бында ла ҡәйнә кеше хәл итә, йәнәһе.
Әле элекке фатирымда йәшәйем, уны мин кире ҡайтҡансы кешеләр төшөрөп тора ине. Бысраҡ, һыуыҡ, әммә минеке. Бында береһе лә һорамайса килеп инмәй, төнгө өстә береһе лә ни эшләп трубкаңды алмайһың, тип шылтыратмай. Күпме теләйем, шунса ашай, ниндәй теләйем, шундай диван ҡуя алам, береһенең дә алдында яуап тотмайым.
Тик йөрәк кенә әрней. Үтер ул, уныһын ғына беләм. Эргәлә ғаиләлә ете ят кеше икәнлегеңде белдереп игәп тормаһалар, бигерәк тә.
Интернеттан алынды.