Бөтә яңылыҡтар

Алай ҙа һуғышҡандар!

Ышанһаң ышан, юҡ икән. юҡ инде... Был хәл үткән йылда, йәй башында булды. Бөгөн иҫкә алам да шул саҡтарҙы, көлөп ҡуям, йылмаям бәхет тигәнемә.

Улым 9-сы класты тамамлап йөрөгән осор. Мәктәптән шылтыратып саҡырҙылар бер көн. Тиҙ генә килеп етегеҙ, тиҙәр. Йөрәктә шом, ниндәй генә уйҙар инеп сыҡманы башҡа!.. Туп-тура завуч кабинетына барып инһәм, минең малай ултыра, йөҙө һыҙырылып, күгәреп бөткән, өҫкө кейеменең рәте ҡалмаған! Янында класташы, уныһының да йөҙө ҡалмаған, салбары, күлмәгенең еңе яурындан йыртыҡ! Янында урта йәштәрҙәге ир ултыра — атаһы булып сыҡты.

Һуғышҡан был икәү ныҡ ҡына итеп! Үҙҙәре бер ни өндәшмәй: ләм-мим! Завуч малайҙарҙы корридорға сығарып ебәрҙе лә, ни өсөн һуғышҡандарын бәйән итте.

Баҡтиһәң, класташы минең малайҙы "Атайһыҙ бала!" тип рәнйеткән, ә минеке тегегә "Зато минең әсәйем һинекенән мең тапҡыр яҡшыраҡ!" тип яуап ҡайтарған да, һуғышып алып киткәндәр. Ирем беҙҙе улыбыҙға өс ай тигәндә ташлап сығып китте... Күренмәне лә, эҙләмәнем дә, донъяны үҙем күтәрҙем, бирешмәнем. Ә класташының әсәһе, кәкүк ҡошо һымаҡ, быларҙы прәме роддомда ташлап ҡасҡан икән ят ир менән сит илгә. Хатта атаһына малай уныҡы икәнен ДНК-тест тапшырып иҫбатларға тура килгән!

Һүҙ артынан һүҙ ҡыҫтырып аралашып алып киттек, кисен дүртәүләшеп кафеға пицца ашарға барҙыҡ. Бер аҙнанан киноға, ярты йылдан класташының атаһы менән өйләнешеп тә ҡуйҙыҡ. Була бит шундай мәл, һинеке һәм бөттө! Йәнең менән тояһың — һинең кешең.

Шул мәлдән алып малайҙар берҙе лә талашыу түгел, һүҙләшмәне лә, тулы ғаилә булыуыбыҙ менән ғорурланып ҡына торҙолар. Күптән түгел ғаиләбеҙҙең йәмен тулыландырып ҡыҙыбыҙ тыуҙы: шатлығыбыҙҙың сиге юҡ! Бәхетлебеҙ!

Ҡайһы саҡта ирем менән шаяртабыҙ тегеләргә төрттөрөп: "Алай ҙа минәйтәм, шул көндө һуғышҡанһығыҙ! Юғиһә, табышмаҫ та инек бына! Йөрөп ятыр инек икебеҙ ике яҡтарҙа..."

Балаларыбыҙ — ул беҙҙең ысын мәғәнәһендә бәхетебеҙ!

«Йылмай» төркөмөнән.

Алай ҙа һуғышҡандар!
Алай ҙа һуғышҡандар!
Автор:Айгөл Йәмилева
Читайте нас: