Бөтә яңылыҡтар

Әүәлге хәлдәр булғанда күңел асыу яраймы?

Бөйөк Ватан һуғышында ла, унан алдағы һуғыштарҙа ла, башҡорт ҡурайһыҙ йөрөмәгән Моң күңелде дауалаусы ла булған...

Хоҙай ҙа күңел асыуҙы тыймай. Әҙәпле генә байрам итергә ярай.
Ныҡ күңелде төшөнкөлөккә биреү ҙә ярамай. Ҡайғыны ҡайғы итеп ҡабул итеү, борсолоу тигән хис аҡылы һау һәр кешелә бар.

Бөйөк Ватан һуғышында ла, унан алдағы һуғыштарҙа ла, башҡорт ҡурайһыҙ йөрөмәгән
Моң күңелде дауалаусы ла булған.

Әртистәр һуғыш барған ергә барып, сығыш яһаған, Хәҙер МХО-лағы һалдаттар ниндәй генә йыр йырламай. Яңы йыл менән ҡотлап та йырланылар.

Күптәнән был байрам беҙҙең күңелгә иң яҡын, күңелле, көтөп алған байрам булып ғәҙәтебеҙгә (традицияға) ингән.
Тик эсмәй, әҙәпле үткәреү генә кәрәк.
Беҙҙә ололар өсөн "Шыршы байрамы" үткәрелде Ололар уйнап, бейеп, йырлап, сәй эсеп, күңелдәре яҙылып ҡайтты. Һуңғы йылдары халыҡ өйгә бикләнде лә.

Ковид, кеҫә телефонына ғарҡ булып , ары Украинала һуғыш башланып, бөтөнләй аралашыуҙан яҙҙыҡ та кеүек.
Йәштәр йәштәрсә инде. Уларҙың йөрәк тә йәш. Уйнап та алһындар. Улар бит үҙҙәренең тиңдәштәрен, туғандарын да юғалтты ошо һуғышта.

Ҡурҡып та, уйланып та торалар, беҙгә сират етерме лә тип ут эсенә инергә.
Тағы дини кешеләр Яңы йылды өнәмәй. Һәр замана үҙенсә йәшәй. Хәҙерге замана кешеһе дини Яңы йылды ла хөрмәт итә. Шуға дини кешеләр йәштәргә әҙәпле байрам итергә тәрбиә бирһә булған. Бер дин дә байрамды, күңел асыуҙы кире ҡаҡмай.

Тик байрам йәмен ебәрмәҫ кенә кәрәк Эске булмаһын! Булғанда ла сама белеп кенә.


Нәсимә Ғайсина.

Әүәлге хәлдәр булғанда күңел асыу яраймы?
Әүәлге хәлдәр булғанда күңел асыу яраймы?
Автор:Айгөл Йәмилева
Читайте нас: