Ирем балабыҙҙы тәрбиәләүҙә ҡатнашмай...
Миңә 27, иремә 34. Балабыҙға йәш ярым. Ирем һөнәре буйынса инженер, иртәнге туғыҙҙан киске бишкә тиклем эшләй, шәмбе, йәкшәмбе ял итә. Мин риэлтор компанияһында юрист, өйҙән эшләйем.
Ирем эштән ҡайтҡас, тамаҡ ялғай, душ керә лә, компьютер артына ултыра. Улыбыҙ менән әҙерәк уйнап ал, уны ҡарап тор, тигән үтенесемде кире ҡаға, ҡабатлап һораһам, енләнә башлай. "Миңә әле был ҡыҙыҡ түгел, ҙурайғас уйнармын", - ти ҙә ҡуя.
Ҡасан уйнарға йыйына икән улы менән? Шулай йәшәр-йәшәр ҙә, ҡапыл уйнап алып китер микән? Юҡ, әлбиттә, был тик һылтау!
Улыбыҙ бик матур, аҡыллы, алсаҡ, ҡыҙыҡһыныусан бала. Китаптар ҡарарға, машиналар уйнатырға, пирамидалар, кубиктар йыйырға ярата. Уның менән даими шөғөлләнергә кәрәк. Бер үҙем өлгөрмәйем. Быларҙың барыһын да үҙ елкәмдә йөкмәп барыуҙан арыным, етмәһә, магазиндарға ла мин йөрөйөм, коммуналкаһын, башҡаһын да үҙем түләйем.
Элек ирем эштән һуң компьютерҙа ярты сәғәт кенә уйнай торғайны, хәҙер уйыны 4-5-6 сәғәткә һуҙыла. Иртәнсәк йоҡоһо туймағас, һөмһөрө ҡойолған, арыған була. Ә мин арымайыммы икән? Бер йәшлек бала менән...
Мин бит уйнап ултырмайым, бәләкәй кеше үҫтерәм, уға даими иғтибар, хәстәр кәрәк. Ялға улымды алып икенсе ҡалаға ата-әсәмә барам тинем. Бер нәмә дә үҙгәрмәһә, уларҙа торам да ҡалам...
Эсмәй, эштән тура өйгә ҡайта ла ул, әммә беҙҙең менән ваҡыт уҙғарыуға ҡарағанда компьютер уйынын өҫтөн күрә шул.
Ир-егеттәргә мөрәжәғәт иткем килә, ниңә улай булғас кәләш алаһығыҙ, атай булаһығыҙ һуң? Кәрәкмәй икән, йәшәгеҙ яңғыҙ рәхәтләнеп. Бала уйынсыҡ, ә ҡатын робот түгел бит...
Айырылышырға тура килеүе бик йәл. Бик ярата инем иремде, әммә уның беҙгә ҡарата был мөнәсәбәтенән һуң уны күрге лә, ишетке лә килмәй...
Интернеттан алынды.