Бөтә яңылыҡтар

ЯҢЫ ЙЫЛДЫҢ МАТУР ХӘТИРӘҺЕ

...Әллә йәшлек, әллә яҙмыш тигәндәй, ғаиләбеҙ менән ҡайнар ҡояшлы алыҫ Үзбәкстанда йәшәргә тура килде. Инде нисәмә йылдар үтһә лә, күп милләтле табын артында ҡаршылаған яңы йыл байрам төнө яҡты, матур хәтирә булып күңелемдә һаҡлана.

ЯҢЫ ЙЫЛДЫҢ МАТУР ХӘТИРӘҺЕ
ЯҢЫ ЙЫЛДЫҢ МАТУР ХӘТИРӘҺЕ

Силәбе өлкәһенән йәшәргә килгән башҡорт ғаиләһе беҙҙе Яңы йыл ҡаршыларға үҙҙәренә саҡырҙы. Күстәнәскә сәк-сәк, йыуаса бешереп, башҡорт бейеү көйҙәре яҙылған кассета алып, ҡунаҡҡа киттек. Үҙебеҙ генә булабыҙ икән тип килһәк, бер аҙ аптырап ҡалдыҡ - рус, украин, молдаван, үзбәк, азербайджан ғаиләләре лә саҡырылғайны.

Хужалар ҡаҙ итенән тәмле бишбармаҡ әҙерләгән. Ҡарһыҙ ниндәй Яңы йыл була инде, тип бер аҙ кәйеф төшһә лә, түрҙә ултырған ҡупшы шыршыны күргәс, бер аҙ күңел күтәрелде. Үҙебеҙгә күрһәтелгән урындарға уҙып ултырғас, бер-беребеҙ менән таныштыҡ.


Ҡунаҡтар бишбармаҡты яратып ашаны, сәк-сәк менән йыуаса етмәй ҡалды, хатта. Был ризыҡтар нисек әҙерләнә һуң тип, рецепт һорап алдылар. Иң һоҡландырғаны - барыһы ла тик башҡорт көйөнә генә бейене. Оҙон буйлы азербайджан егете Ҡыш бабай, молдаван ҡатыны Ҡарһылыу булып кейенеп, балаларға күстәнәс таратты. Бөтәһе лә күрше йәшәгәнлектән ишектәр шарт асыҡ, бер фатирҙан икенсеһенә тиклем балаҫтар түшәнеләр. Ул ваҡыт ишектәр генә түгел, күңелдәр ҙә шар асыҡ булған икән тим хәҙер.


Алыҫ Үзбәкстанда төрлө милләтле ҡунаҡтар йыйылған табында үҙебеҙҙең башҡорт рухына ихтирам уята алыуыбыҙҙы әле булһа ҙур ғорурлыҡ менән иҫкә алып һөйләйбеҙ. Татыу ғаиләләй берҙәм булып Яңы йыл ҡаршылауҙы кем онотор ине икән?..


Яңы йыл байрамы һайын һәр дуҫыбыҙҙы иҫкә алабыҙ, бәйләнеш өҙөлһә лә, ихлас күңелдән йылмайған алсаҡ йөҙҙәре һәр саҡ күҙ алдында.

 

"Бәйләнештә" селтәренән. 

Автор:Айгөл Йәмилева
Читайте нас: