Был әҫәрҙе уҡығандан һуң оҙаҡ ҡына уйланып йөрөнөм, ҡайһы бер урындарын ҡат-ҡат уҡып сыҡтым.
Повеста хәл-ваҡиғалар XX быуатта илебеҙҙә булып үткән ҡатмарлы осорҙо һүрәтләй. Әҫәрҙең төп геройы Сәбилә һәм уның ғаиләһе яҙмышы менән Бөйөк Ватан һуғышы башланған йылдан танышабыҙ.
Ул саҡта Сәбиләгә туғыҙ ғына йәш булған. Тап ошо мәлдән Сәбилә һәм уның бәләкәй туғандары бала саҡ менән хушлашалар, сөнки ата-әсәйҙәре көнө-төнө эштә булғанда, улар өйҙәге бөтә мәшәҡәтте үҙ иңенә ала.
Һуғыштың икенсе йылында аталары Ғиззәтулла фронтҡа оҙатыла. Унан бер генә хат алып өлгөрәләр, артынса уҡ тиерлек батырҙарса һәләк булды тигән ҡара хәбәр килә. Оло апаһы Сәлимә лә һуғыш бөткән йылда йылан сағыуынан үлеп китә.
Шулай итеп, Сәбилә ғаиләлә әсәһенең берҙән-бер терәге, оло ярҙамсыһы булып ҡала. Тик тыныс тормошта, тыуған ауылында оҙаҡ йәшәргә насип булмай ҡыҙ балаға: ун алтынсы йәше менән барған Сәбиләне Белоретҡа ФЗО-ға ебәрергә тигән повестка килеп төшә. Кәүҙәгә бәләкәй генә ҡыҙға тыштан ҡарағанда ун дүрт йәштән артыҡ биреп тә булмай: ас-яланғас һуғыш йылдары уны бәләкәйҙән миктәткән. Үҙ ғүмерендә ауылдан ситкә сығып йөрөмәгән Сәбилә - урыҫ телен дә белмәгән, тормоштоң аңын-тоңон төшөнмәгән төпкөл ауыл балаһы. Шул китеүҙән ул ҡабат ауылына әйләнеп ҡайта алмай, әсәһен, туғандарын инде бер ҡасан да күрмәй. Уның ошо фажиғәһен мин әллә нисә тапҡыр күңелемдән кисереп, Сәбиләне йәлләп иланым...
Артабан инде әҫәр геройының Белоретта ФЗО-ла уҡыған осоро, заводтың сым һуҙыусылар цехында практика үтеүе, үҙен алдынғы эшсе итеп күрһәтеүе һүрәтләнә. Көндәрҙән бер көндө Сәбиләнең тормошонда уның яҙмышын ҡырҡа үҙгәрткән бер осрашыу була. ФЗО-ла практика үтеүсе үҫмер ҡыҙҙарҙы Үзбәкстанға эшкә саҡырып, йылы яҡтарҙан бер үзбәк кешеһе килеп төшә. Ул Уралдың иң ҡырыҫ төбәге Ямантау ҡырындағы Белоретта ҡышын һыуыҡтан, аслыҡтан йонсоған йәш ҡыҙҙарҙы Үзбәкстандың ожмахҡа тиң йылы, емеш-еләккә бай тәбиғәте менән ҡыҙыҡтыра. Ике бөртөк кенә антоновка алмаһын йоҡа ғына итеп ҡырҡып, ваҡ киҫәктәрен ҡыҙҙарға таратып биргәндә, алманың хуш еҫенән уларҙың хатта баштары әйләнә.
Антоновка алмаһының еҫе, әкиәттәге серле йомғаҡтай, Сәбиләнең яҙмышын алыҫ Үзбәкстан тарафтарына әйҙәп алып китә...
Дөрөҫ, намыҫлы, иманлы, егәрле йәш ҡыҙ Үзбәкстанда ла юғалып ҡалмай, үҙен тик яҡшы яҡтан ғына күрһәтә, эштә лә алдынғылар рәтендә була, үҙе кеүек аҡыллы, тырыш егеткә кейәүгә сығып, бик бәхетле ғаилә ҡора, балалар үҫтерә.
Барыһы ла шулай яҡшы ғына барғанда, Сәбиләнең бәхетле тормошона 90-сы йылдарҙың ҡара күләгәһе төшә, уның яҙмышын пыран-заран килтереп ташлай. Советтар Союзында үҙгәртеп ҡороу тигән сәйәсәт башлана, донъялағы иң ҙур дәүләт тарҡалып, юҡҡа сыға. Үзбәкстанда ла төрлө сыуалыштар, милләт-ара низағтар күҙәтелә.
Сәбиләнең яҙмышы - шул осорҙағы меңәрләгән ватандаштарыбыҙҙың, милләттәштәребеҙҙең яҙмышы ул. 16 йәштә тыуған еренән, ғәзиз әсәһе ҡосағынан айырылып, ғүмере буйы оло Ватаныбыҙҙың сәскә атыуы өсөн фиҙәҡәр хеҙмәт иткән, халыҡтар дуҫлығына, СССР тигән дәүләттең ҡаҡшамаҫ, берҙәм булыуына ышанып йәшәгән Сәбиләнең өмөт-хыялдары емерелеүе, кисергән ҡайғылары тетрәндергес...
СССР тарҡалып, союздаш республикалар үҙ дәүләтселеген иғлан иткәс, бик күп ватандаштарыбыҙ ул дәүләттәрҙә сит-ят булып иҫәпләнә, хатта ҡыуыла башлай. Ҡырҡ йылдан артыҡ Үзбәкстанда йәшәп, уның сәнәғәтен үҫтереү хаҡына бар ғүмерен бағышлаған Сәбилә ҡапыл өйһөҙ ҙә, илһеҙ ҙә ҡала. Ул да Үзбәкстан өсөн сит, килмешәк булып сыға. Төп геройының ғазаплы уй-кисерештәрен, яҙмыш фажиғәһен автор лирик сигенеүҙәр, риторик һорауҙар аша сағылдырған: «Ниндәй ил хаҡына улар үҙҙәре үҫтергән игендең бөртөгөн дә ҡалдырмай дәүләткә тапшырып, астан себен кеүек ҡырылдылар, улар араһында күпме балалар бар ине; ниндәй ил хаҡына атаһы, меңдәрсә һалдаттар баштарын һалды, ғәрипләнеп ҡайтты; ниндәй ил хаҡына ул тыуған республикаһын ҡалдырып, ошонда килеп шунса йылдар йәнтәслим хеҙмәт итте?! Ни хаҡына булды революциянан алып булған көрәш ҡорбандары?! Бөтәһе лә заяға булғанмы ни?!» Кеше яҙмышының упҡындарға уйылып төшөрҙәй ғазаплы мәленә тәбиғәттең көйһөҙ торошо ла бик урынлы һүрәтләнгән: берсә боҙло ямғыр, берсә ҡар яуып үтә. Тәҙрә аша үҙе йәш сағында өйө янына ултыртҡан антоновка алмаһы ла ырашҡылы ямғыр аҫтында уға ҡушылып илай төҫлө: был илдә лә гел генә сыуаҡ йылы көндәр булып тормай икән бит…
Шулай итеп, Сәбилә ҡартайған көнөндә тыуған еренә - Башҡортостанға ҡайтып һыйына. Тик ғүмер буйы зарарлы производствола эшләүе, унан килеп, йән өҙлөгөүҙәре бушҡа үтмәгән шул: ул дауалап булмаҫлыҡ яман сиргә дусар була. Үлер алдынан ул балаларына антоновка алмаһы ашарға теләүе тураһында әйтә. Табып килтерәләр ул теләгән хуш еҫле алманы - ҡасандыр еҫе менән бер вагон үҫмерҙе сит яҡтарға алып китер көскә эйә булған антоновканы. Антоновка алмаһының еҫе Сәбиләнең барлыҡ ғүмерен күҙ алдына баҫтыра. Һиҫкәндерә беҙҙе был яҙмыш - тотош дәүерҙең ҡатмарлыҡтарын үҙ эсенә алған аяныслы яҙмыш... Был әҫәр беҙҙе уйланырға мәжбүр итә, үҙебеҙ әле йәшәп ятҡан ҙур дәүләтебеҙ Рәсәйҙең берҙәм, бүленмәҫ булып ҡалырға тейешлеге тураһында иҫкәртә...
Сәүиә Бикмөхәмәтова, Салауат ҡалаһы 25-се башҡорт гимназияһының башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы.