Бөтә яңылыҡтар
Ағиҙел"гә хаттар килә
11 Ноябрь 2023, 19:30

Башҡорт халҡының яҙмышы хаҡында фронттағы уйланыуҙар

Махсус хәрби операция Ватаныбыҙ тарихында төрлө яҡтан да һыналыш ваҡиға булды. Һалҡын һуғыш тип аталған осор тамамланғандан һәм Советтар Союзы тарҡалғандан бирле хәҙерге Европала был – иң күләмле хәрби бәрелеш.

Фото Мунира Кунафина
Фото Мунира Кунафина

Иҫегеҙгә төшөрәм, ошо утыҙ йыл эсендә беҙҙең ил тирәләй Төньяҡ-Атлантик Килешмә Ойошмаһы (НАТО) хәрби базалары ҡулсаһы һаман яҡынлашты. Был ойошма Икенсе донъя һуғышынан һуң барлыҡҡа килде һәм беҙҙең менән – тәүҙә Советтар Союзы, шунан Рәсәй менән көрәште төп маҡсат итеп ҡуйҙы. Шуға ла утыҙ йыл буйына беҙҙең ил тирәләй төрлө болғаныштар ойошторолдо, Бойондороҡһоҙ дәүләттәр берләшмәһе (СНГ) буйлап «төҫлө революциялар» тулҡын-тулҡын булып үтеп китте. Утыҙ йыл эсендә көнбайыш илдәр беҙҙең Икенсе донъя һуғышында еңеүебеҙҙе кисерә алманы, инҡар итеп маташты, ә айырым илдәрҙә нацизм тергеҙелә башланы.

          Быларҙың барыһы ла 2014 йылда Украинала ҙур сәйәси кризисҡа килтерҙе һәм етәкселеккә неофашисттар килде. Көнсығыш Украина менән Ҡырым бындайҙа ҡатнашырға теләмәне. Шул саҡта уҡ улар Рәсәйгә кире алыуҙы һораны. Әммә оҙайлы һигеҙ йыл үтеп китте, Украина Донбассты ут аҫтында тотто, унда йәшәүселәрҙе юҡ итергә тырышты.

          Үҙ сиратында Рәсәй бар мәсьәләләрҙе нисәмә тапҡыр тыныс юл менән хәл итеп маташты. Был процесс «Минск килешеүҙәре» исеме менән билдәле, унда Рәсәй һәм Украинанан башҡа көнбайыш илдәр лидерҙары ҡатнашты – улар был килешеүҙәрҙең гаранттары булды. Шунан ошо көнбайыш илдәренең лидерҙары «Минск килешеүҙәре»н ялған тип атаны. Шулай итеп, улар Рәсәй менән һуғышҡа әҙерләнер өсөн ваҡытты отто.

          Махсус хәрби операция ошо ҡапма-ҡаршы тороуҙың иң хәүефле осоронда алдан өлгөрөү аҙымы. Украиндарҙың ниндәй ҡеүәтле бетон нығытмалар төҙөгәндәрен күрҙем, шуға ла 2022 йылдың февралендә беҙ был махсус операцияны башламаһаҡ, 2022 йылдың мартында беҙ хәҙер Белгород, Курск, Брянск, ә бәлки Калуга өлкәләрендә лә хәрби хәрәкәт алып барыр инек, тигәнгә һис шикләнмәйем. Ә Луганск һәм Донецк халыҡ республикаларының 4 миллионға яҡын кешеләрен был һуғыштың тәүге аҙнаһында уҡ ҡырырҙар ине. Уларҙың ҡырылыуында ла шигем юҡ, сөнки Северодонецк ҡалаһында урындағы халыҡтың XXI быуат бандеровцылары нимә ҡылғандары, ҡыҙҙарҙы көсләгәне, уларҙы ҡаланың төп урамында бағаналарға бәйләп, үлтергәндәре, кемдә Георгий таҫмаһын күрәләр – уларҙы атҡандары тураһында һөйләгәндәрен үҙ ҡолағым менән ишеттем.

          Һәм бөгөн йөҙәрләгән башҡорт егете Ватанды һаҡлау буйынса Махсус операцияла үҙҙәренең хәрби бурысын үтәй. Биш быуат элек үк башҡорттар Иван Грозный заманында үҙҙәренең оло дәүләтен – Рәсәйҙе һаҡларға тигән  анттарына тоғро ҡала. Башҡортостандың Рәсәй дәүләтенә инеүе – ҡасандыр беҙҙең ата-бабаларыбыҙ яһаған  бик төплө уйланылған тарихи аҙымы.

          Иван Грозный заманынан алып дәүләттәрҙең үҙ-ара мөнәсәбәттәрендә әле булһа ла үҙгәреш юҡ тиерлек.  Шул замандарҙа кеүек, бөгөнгө көндә лә халыҡ-ара мөнәсәббәтәр дәүләттәрҙең хәрби ҡеүәтенә нигеҙләнгән. Рәсәй Империяһы юҡҡа сыҡҡанда ла шул уҡ күренеш, ул заманда ла беҙҙең ата-бабалар үҙҙәренең алдынғы ҡарашлы булыуын иҫбатлаған.

          «Диван эксперттары»ның фекерҙәренән айырмалы рәүештә, 1917 йылда башҡорттар үҙ автономияһы тураһында иғлан иткән мәлдә, большевиктар әле Башҡортостан биләмәләрендә үҙ власен урынлаштырып өлгөрмәгән була һәм Башҡортостан республикаһын ойоштороусылар тулыһынса айырылыу хаҡында һүҙ алып бармай – улар бар илдә буласаҡ берҙәм һәм бүленмәҫ Рәсәйҙең өлөшөн тәшкил итеүҙе иғлан итә.

​          Ни өсөн улар был аҙымға барғандары тураһында оҙаҡ уйландым. Ул шәхестәр үҙ халҡы алдында оло яуаплылыҡ булғанын тәрән аңлаған,  уның әлеге тарихи осорон үҙ йөрәге аша кисергән. Ә яуаплылыҡ тойғоһона һәм йәһәт кенә хәл итергә кәрәклегенә ябай аңлатма бар. Өфөлә, хәҙерге Яҡутов паркы янында аҡ чехтар ысын мәғәнәһендә концлагерь ойошторған, урындағы кешеләрҙән скальп һыҙырғандар (мәғрифәтле Европа кешеләре!), ә тимер юлы вокзалына Африканан француз легионерҙары килгән (африкан сығышлы ҡара тәнле легионерҙарҙың фотографияларын беҙҙең милли музейҙа күрергә була). Ә был сит ил интервенцияһының бөртөклө генө миҫалы. Антанта илдәре үҙҙәренең пландарында Рәсәйҙе бүлә башлаған булған, һәм Башҡортостан республикаһын булдырған эшмәкәрҙәр быны яҡшы аңлаған. Тырым-тырағай Рәсәй Империяһының элекке губерниялары һәм биләмәләре йәшәй алмаясағын аңлағандар. «Мәғрифәтле» аҡ чехтар өсөн беҙ тейешле сорт кешеләре түгел, ә ҡораллы Африка әҙәмдәре өсөн беҙ бөтөнләй кеше түгел.

          Башҡорттар Рәсәй дәүләте сиктәрендәге Евразия цивилизацияһының бер өлөшөн тәшкил иткән өсөн халыҡ булараҡ һаҡланған һәм үҫешкән. Быға төрлөсә ҡарарға була, әммә был шулай. Башҡаса юлыбыҙ ҙа булмаған. Евразиялыҡ – төрлөлөктөң берҙәмлеге булараҡ дәүләтебеҙҙең байлығы ла, көсө лә. Тап ошоно бөгөн Хәрби махсус операция дәлилләй.

          Ғөмүмән, был Махсус хәрби операция күп нәмә өсөн лакмус ҡағыҙы, һынау осоро булды. Ул беҙҙең йәмғиәттең дә, дәүләттең дә төрлө өлкәләге проблемаларын асып һалды. Хәрби учет булһынмы, технологик үҫешме. Был проблемалар өҫтөндә Махсус хәрби операция тамамланғас эшләйәсәкбеҙ.

          Хәрби операция – кешеләрҙе һынау осоро ла булды. Кемдең кемлеген күрһәтте. Кемдер ҡасты, улар өсөн заманса «релоканттар» тигән һүҙе лә табылды, ҡайһылары дәртләнеп һәм асыҡтан-асыҡ үҙ илдәренә еңелеү – тимәк, үҙ халыҡтарына үлем теләй башланы. Кемдер үҙ иле менән ҡалды һәм был һынауҙы лайыҡлы ҡабул итте.

          Асыҡтан-асыҡ үҙ Ватанын һатҡандар араһында Руслан Ғәббәсов та бар. Был әҙәмгә әллә ни маҡтанырға түгел – башҡорттарҙы үҙ халҡына һәм үҙ дәүләтенә  ҡаршы ҡорал менән сығырға  ҡотортҡан, кеше үлтереүсе һәм экстремист, тыйылған «Башҡорт» йәмәғәт ойошмаһының лидерҙарының береһе.

          Ундай кешеләрҙе беҙҙең рәсми матбуғат телгә алмай (уныһы аңлашыла – үтә ҙур хөрмәт). Шулай уҡ беҙҙә асыҡтан-асыҡ башҡорт йәмғиәтенең кире яҡтары тураһында һөйләмәйҙәр.

          Шуға ҡарамаҫтан, минеңсә, беҙҙең йәмғиәттә көнүҙәк публицистикаға, асыҡ һөйләшеүгә мохтажлыҡ бар. Икенсе яҡтан – беҙ Махсус хәрби операцияла республикала ниҙәр булғанын күҙәтәбеҙ, ундағы хәлдәрҙе үҙебеҙ аша үткәрәбеҙ. Һәм ҡараны аҡ тип әйткән саҡта, өндәшмәй ҡалып булмай. Башҡорттар өсөн бөгөн актуаль булған, байтаҡ нәмәләр хаҡында әйтке килә. Шуға ла был яҙмамды мин тик башҡортса ғына баҫтырам. Ул үҙебеҙ хаҡында һәм үҙебеҙҙекеләр өсөн.

          Социаль селтәрҙәрҙең башҡорт сегментында «Башҡорт» йәмәғәт ойошмаһының икенсе лидеры Фаил Алсыновҡа асылған енәйәт эше тураһында ғауға ҡуптарылды.

          Әйтеп үткән ике персонаж да минең өсөн башҡорт халҡының проблемалары артына йәшенгән, үҙ файҙаһын ғына ҡайырған аҫтыртын һәм намыҫһыҙ кешеләр. Ябай әйткәндә, баҡырғаҡтар, заман телендә ундайҙарҙы «хайповщик» тип атайҙар, ә политологияла ундайҙарҙы «популист» тиҙәр.

          Популизм – ул анһат юл менән күмәктәрҙең иғтибарын йәлеп итеү теләге, уларға мөмкин тиклем тиҙерәк оҡшау теләге, ә бының өсөн уларға ни кәрәк – шуны һөйләү, ышандырыу. Берәй көнүҙәк социаль мәсьәлә булһа, популисттар уны йәһәт кенә хәл итергә һүҙ бирәләр. Уларға һөҙөмтәһе, мәсьәлә хәл ителәсәкме, юҡмы икәне лә бөтөнләй мөһим түгел. Уларға власть яулауға, аҡса эшләүгә йүнәлтелгән шәхси маҡсаттарына ирешер өсөн мөмкин тиклем күберәк халыҡтың эмоцияларында уйнау мөһим. Йәштәр әйтмешләй – «хайп» мөһим.

          Бындай ҡыланыштарының иң хәүефлеһе шул: ундай эшмәкәрҙәрҙең популизмында йә «хайп»та  яуаплылыҡ тойғоһо юҡ. Үҙҙәренә ышанған кешеләрҙе ҡайҙа алып барырҙарын, һөйләгән телмәрҙәре һәм эштәре ниндәй эҙемтәләргә килтеререн уйлап та бирмәйҙәр. Ҡайһы бер мәсьәләләрҙе хәл итер өсөн профессионалдарҙың оҙайлы һәм ныҡышмалы эш талап иткәне тураһында уйламайҙар ҙа.

          Шулай итеп, барыһын да ентекләп яҙып үтәм. Әлеге ваҡытта Алсыновты экстремизмда, нәфрәт йә дошманлыҡ уятыуҙа, күмәк халыҡты буйһонмаҫҡа өгөтләүҙә, халыҡты тулҡынландырыуҙа – башҡасараҡ әйткәндә, гражданлыҡ буйһонмауҙа ғәйепләйҙәр. Ошондай эшмәкәрлектең  һәм фактураның миҫалы булараҡ Баймаҡ районының Ишмырҙа ауылындағы ваҡиғалар алына. Үҙ сиратында Алсынов үҙенең «аҡлығын, йомшаҡлығын», закондарҙы теүәл үтәүсе гражданин булғанын, тыйылған «Башҡорт» ойомашһының эшмәкәрлегенә хәҙер инде бер ниндәй ҙә ҡағылышы булмағанын, ғөмүмән, ул тәбиғәтте һаҡлаусы һәм экологияны ҡайғыртыусы булғанын иҫбатларға тырыша. Әммә теҙеп яҙайым әле…

          «Башҡорт» Башҡорт йәмәғәт ойошмаһы (БЙО) – халҡыбыҙҙың әллә ни яҡшы тип әйтерлек булмаған кешеләре бар иткән ойошма. Әгәр лидерҙарын барлап китһәң, берәү аша үлтереү, талау, урлау өсөн хөкөм ителеүселәр. Уларҙың ниндәй ҙә булһа төплө белеме лә, эш тәжрибәһе лә юҡ. Етди һәм системалы мәсьәләләрҙе хәл итеү өсөн компетенциялары ла, тупланған оҫталыҡтары ла юҡ. Икенсерәк әйткәндә, был кешеләр үҙҙәре өсөн дә яуаплылыҡ ала алмай, тотош халыҡ тураһында әйтергә лә түгел.

          «Башҡорт» БЙО Хәмитов режимы менән тыуҙырылған ойошма. Дөрөҫөрәге, уның эске сәйәсәт блогының көсһөҙлөгө менән. Ул башҡорт йәмәғәтселеге менән эш алып барыу урынына милләтселәр менән уйнаҡлай башланы. Ә һуңғыларҙың маҡсаттары гел бер булды – милләтселек аша властты шантажлау, алмашҡа иһә аҡса алыу һәм берәй ҡасан үҙҙәре лә власть булып китеү хыялы.

          «Башҡорт» БЙО ул властҡа йәки властҡа яҡын бизнесмендар ҡулынан ашаған ойошма. Хәмитов заманында улар Аҡ Йорттоң үҙендә тиерлек аҡса алып йөрөнөләр. Ул саҡта ниндәй чиновник уларҙы ҡурсалағанын мин яҡшы беләм, улар асыҡтан-асыҡ тиерлек БР Башлығы Хакимиәтенең кабинеттарында осрашты. Шул саҡта уларға саралар үткәреүгә һәм офис өсөн аҡса бирелде, ә Алсынов менән Ғәббәсовты БДУ-ның тарих факультетына ситтән тыш уҡырға урынлаштырҙылар. Ғәжәп хәл, әммә Хәмитов режимы башҡорт йәмғиәтенә булышлыҡ итеү буйынса бер ниндәй ҙә проекттар үҫтермәне (тел, мәҙәниәт, кадрҙар сәйәсәте), әммә үҙ ҡулы менән «Башҡорт» туплаған милләтселәр һәм маргиналдарҙы үҫтерҙе.

          Ул ғына ла түгел, бер яҡтан ғәжәп, икенсе яҡтан бик үкенесле, әммә Алсынов һәм «Башҡорт» БЙО Р. Хәбиров заманында ла үҙҙәренә яҡлаусылар һәм ҡурсалаусылар таба алды. Ошо йылдар буйы Алсынов дәүләт төҙөлөш подрядтарынан алған килеменә ашап ятты, улар араһында Стәрлетамаҡ мәҙәниәт колледжының капиталь ремонты, Баймаҡ районының Төркмән мәктәбенең капремонты, Баймаҡта ябыҡ шылғаяҡ (каток) төҙөлөшө. Бәлки ул тағы бер тапҡыр уның битенә яҙылыусыларға, уны яҡлаусыларға, «был яҡшы егетте» йәлләгән һәм һуңғы 500 һум аҡсаһын Алсыновтың адвокатына ебәргән пенсионерҙарға Өфө үҙәгендә, Свердлов һәм Достоевский урамдарында урынлашҡан фатирҙары тураһында ла һөйләр?! Нисек эшһеҙ ятҡан был ялҡауҙың ҡайҙан һәйбәт күсемһеҙ мөлкәте килеп сыҡҡан да, кем уға ипотекаларын түләшкән һәм алмашҡа нимәләр вәғәҙә иткән? Улай тиһәң, «хайп» мөмкинселеге тыуған һайын Фаил бер ҡасан да әйткән һүҙен тотманы. Был кеше үҙенең милләтселәр лидеры образын уңышлы һата белде. Шуның өсөн дә мин «Башҡорт» БЙО лидерҙары менән ниндәй булһа ла аралашыуҙан, айырыуса аҡса менән бәйле мөнәсәбәттәрҙән баш тарттым.

          Үҙенең интервьюларында Алсынов, имеш, Хәбиров командаһы килгәс минең менән осрашты, үҙ-ара мөнәсәбәт булдырыуҙың төрлө формаларын тәҡдим итте, әммә Бадранов беҙҙең менән бик ҡаты һөйләште, диалог ҡорор урынына, үҙ шарттарын ҡуйҙы, тип һөйләргә ярата. Ярай, хәлдең нисек булғанын һөйләйем һәм шул әңгәмәне һүҙмә-һүҙ тиерлек килтерәйем.

          Алсынов менән һөйләшеүгә бер-нисә ваҡиға этәрҙе. Ул ваҡытта «Башҡорт» БЙО ағзалары кәрәкме-кәрәкмәйме, әммә йөҙләгән егеттәрҙе Урал аръяғының төрлө урындарында йыя башланы. Мәҫәлән, Сибайҙа курд кафеһында ике башҡорт иҫереп, һуғышҡан, аҙаҡтан был хәбәр төрлө социаль селтәрҙәрҙән һәм мессенджерҙарҙан ләстит булып таралған, һөҙөмтәлә Сибайға бер-нисә йөҙ йәш башҡорт курдтарҙы туҡмар өсөн төрлө яҡтан килеп етә. Йәштәр тегендә-бында йөрөй ҙә, курдтарҙың бында ҡыҫылышы булмағанын аңлап, кире китә.

          Шул уҡ хәл Белорет ҡалаһында була. Медколледж студенты, шунда йәшәүсе үзбәкме, тажиҡмы, ике студенттың (башҡорттармы, татарҙармы) үҙ-ара ыҙғышына шаһит булған, эргәлә генә торған, егет үҙе бәләкәй буйлы, сибек кенә. Ләстит һатыусы был чаттар  ошо ваҡиғаны башҡорттар менән тажиҡтарҙыңмы, үзбәктәрҙеңме диаспораһы араһындағы бәрелешкә әйләндереп ебәрҙе. Һәм йәнә бер-нисә йөҙ башҡорт, имеш килмешәк мигранттар диаспораһын туҡмарға йыйыла. Ике йыл үткәс шундай уҡ хәл Ҡырмыҫҡалыла ла күҙәтелә, унда ике башҡортмо, татар менән башҡортмо водитель удостоверениеһын һатып алыуҙа бер-береһен алдата, кемдер таныш езидҡа ошаҡлайым тип әйтә (уныһы бөтөнләй әллә ҡайһы вахтала була). Һөҙөмтәлә, был тарихтың берҙән-бер езиды Ҡырмыҫҡалыла башҡорттарҙы ҡыҫыусы әрмән диаспораһына тиклем үҫтерелә.

          Был тарихтың һәр-береһе социаль селтәрҙәрҙә Фаил Алсыновтың һәм «Башҡорт»тоң башҡа лидерҙарының һәр битараф булмаған башҡортто шул урынға барып етергә һәм башҡорт халҡының намыҫын яҡларға әйҙәүсе, оран һалыусы ҡыҙыу посттары менән оҙатыла.

          Һәм һәр тарих халыҡ-ара ыҙғыш тыуҙырмау маҡсаты менән  хоҡуҡ яҡлау органдарының шәхси составын мобилизациялауы менән оҙатыла. Һәр саҡ мәғлүмәт хоҡуҡ яҡлау системаһының үҙәк органдарына ебәрелә. Һәм бер заман шылтыратыу булды: «Нимә булды һуң, ни өсөн һеҙҙә һәр ике аҙна милләт-ара бәләһенә әүерерлек хәлдәр булып тора? Берәй ҡарар ҡабул итегеҙ, йә үҙегеҙ тейешенсә хәл итәһегеҙ һәм башҡа бындай провокацияларға юл ҡуймайһығыҙ, йә башҡорт Урал аръяғы биләмәһендә көс структуралары махсус операция үткәрәсәк һәм бар потенциаль провокаторҙарҙан таҙартыу эшен алып барасаҡ».

          Республиканың хоҡуҡ яҡлау органдарының етәкселегенең ҙур ҡаҙанышы – Эске эштәр министрлығының да, дәүләт хәүефһеҙлеге органдарының да, был мәсьәләне көс менән хәл итеүҙән тыйылдылар.

          Шул хәлдәр беҙҙең Фаил менән әңгәмәгә этәргес  булды ла инде, һәм был әңгәмәнең гаранттары сифатында махсус хеҙмәттәрҙең юғары дәрәжәле офицерҙары ла ҡатнашты.

          Минең яҡтан да талаптар ҡуйылды, шулай уҡ артабан үҙ-ара эшмәкәрлек формалары ла тәҡдим ителде. Талаптарҙан: провокацияларҙы бөтөрөргә, буш урындан халыҡты тулҡынландырмаҫҡа һәм халыҡтарҙы ҡапма-ҡаршы ҡуйыу риторикаһын тамамларға. Шулай уҡ ойошманың исеме буйынса ла талап ҡуйылды – ни өсөн маргинал һәм ялҡауҙарҙың бер төркөмө тотош халыҡтын этнонимын үҙенә алған?! Был ойошма эшмәкәрлегенең бар негатив эҙемтәләре бит башҡорт халҡының атамаһына ҡара тап булып ята. Был талапты беҙ бик ғәҙел тип һананыҡ.

          Шул уҡ ваҡытта тәҡдимдәр ҙә булды: сәләмәт тормош алып барыуҙы һәм  спортты пропагандалау, башҡорт телен популярлаштырыу буйынса бергәләп эшләү, эшҡыуарлыҡты һәм фермерлыҡты башҡорттар араһында киң йәйелдереү өсөн үҙҙәренә ошо юҫыҡта грант һәм субсидияларҙа ҡатнашырға саҡырҙыҡ. Йыл ярым-ике йыл ошо форматта эшләп ҡарарға тәҡдим иттек, шунан иһә үҙҙәрен ыңғай күрһәткән егеттәрҙе артабан төрлө дәүләт һәм муниципаль хеҙмәттәренең позицияларына ҡарарбыҙ, тинек. Үҙ сиратында, көс ведомстволарының вәкилдәре, әгәр ҙә егеттәр эшмәкәрлегенән милләтселекте һәм экстремизмды алып ташлаһалар, бер-ике йылдан уларҙың был ойошма менән ҡыҙыҡһыныуы бөтәсәк, тинеләр. Сөнки хоҡуҡ яҡлау органдарының маҡсаты ултырта һалыу түгел, ә ыңғай яҡҡа тәрбиәләү.

          Әйткәндәй, Алсынов осрашыуға үҙе тураһында үтә юғары фекер менән килде, шуның өсөн ул беҙҙең шарттарҙы ҡабул итмәне. Һәм мин дөрөҫөн беләм, ул нисәмә тапҡыр быға үкенгән, әммә хәҙер быны танымай. Үҙеңде генә уйлап, бар йәмәғәт һәм коллектив мәнфәғәтен инҡар итеү «Башҡорт» БЙО лидерҙарының яуапһыҙлылығын йәнә бер тасуирлай.

          Был осрашыу 2018 йылдың декабрендәме, 2019 йылдың ғинуар-февралендәме уҙҙы. Ул саҡта Фаил ҡупырайып киткәйне һәм башҡорт йәмғиәтенә үҙ йоғонтоһон бигерәк ҙур тип иҫәпләй ине. Һүҙмә-һүҙ, бер тамсы ла оялмай ул миңә: «Мин бөгөнгө көндөң Салауат Юлаевы, теләһәм – һеҙгә ҡаршы бар башҡорттарҙы күтәрәсәкмен», – тине.

          Мин был һүҙенә уға һорау бирҙем: «1773-1775 йылдарҙағы Крәҫтиән һуғышы милли түгел, ә социаль ихтилал икәнен, һәм Салауат Юлаев отрядтарында төрлө милләт кешеләренең булғанын беләһеңме? Пугачев һәм Салауат Юлаев ихтилалы алдына сепаратизм маҡсатын ҡуймағанын?»

          Ә Фаил ишаралаған төп мәсъәләгә килгәндә иһә, беҙ башҡорт халҡының проблемаларын хәл итергә килдек, беҙ башҡорт телен модалы һәм заманса итергә, уны популяр итәсәкбеҙ, экологик һорауҙарҙы ла хәл итмәксебеҙ, законһыҙ карьерҙар менән көрәшәсәкбеҙ, һәм беҙҙең халыҡты борсоған байтаҡ мәсьәләләрҙе хәл итәсәкбеҙ, тип яуапланым. Һәм беҙҙең әүҙем эш уның ҡаршы сығыу повесткаһын юҡҡа сығарасаҡ. Проблемаларҙа һәм эмоцияларҙа ул тиклем иркен уйнай алмаҫһығыҙ, тинем.

          Ысынлап та, аҙаҡтан бер-нисә ижади эшмәкәрлек йылы булды, беҙ башҡорт теленән Халыҡ-ара диктантты яңы кимәлгә күтәрҙек, полилингваль мәктәптәр астыҡ, тел буйынса гранттар булдырҙыҡ, башҡорт телендә уйынсыҡтар, йәнһүрәттәр, башҡорт телен өйрәнеү буйынса гаджеттарға ҡушымталар эшләнде, уҡытыу һәм үҙ алдыңа өйрәнеү өсөн яңы методикалар баҫтырылды. Һис шикһеҙ, был йүнәлештәге эш әле тамамланыуҙан бик алыҫ, әммә импульс бирелде һәм был мәсьәләләр Радий Хәбировтың шәхсән контроленә алынды.

          Алсынов менән осрашыу һөҙөмтәһеҙ булһа ла, бик концептуаль булды. Дөйөм алғанда, әңгәмә ҡыҙыҡлы килеп сыҡты. Фаил дә шул саҡта миңә һорау бирҙе: «Ни өсөн Хәбиров янында һин? Ни өсөн беҙ түгел? Һин дә бит минең кеүек үк йәмәғәт ойошмаһының лидеры инең!»

          2018 йылға тиклем мин «Башҡортостан Республикаһының Мәскәү һәм Санкт-Петербургтағы студенттар һәм аспиранттар Ассоциацияһы» етәксеһе инем. Төп йүнәлешем юғары уҡыу йорттарына маҡсатлы йыйыу буйынса эш ине, 9 йыл эсендә Башҡортостандан 3 000 баланы башҡала уҡыу йорттарына бюджетҡа урынлаштырҙыҡ. Уҡыу йорттары төрлө осорҙа төрлө булды. Беҙҙең партнерҙар араһында Питерҙағы Тау институты һәм Мәскәүҙәге Бауманка, һәм башҡалар ине. Ул ваҡытта был эшмәкәрлек миссия кеүек ҡабул ителде, ябай ауыл балаларына беҙ оло донъяға ишек аса инек. Студенттар күбәйгән һайын беҙгә уларҙың буш ваҡыттарын ойоштороу мәсьәләләре тыуҙы, беҙ төрлө мәҙәни, спорт һәм белемдәрен киңәйткән саралар үткәрә башланыҡ.

          3-4 йыл ныҡлап эшләгәндән һуң, баҡтиһәң, беҙ Мәскәүҙә иң әүҙем һәм иң күп һанлы студенттар яҡташлыҡ ойошмаһын булдырғаныбыҙ асыҡланды. Беҙ башҡорт ойошмаларының кимәлен яңы үргә күтәрҙек. Беҙҙең менән байтаҡ дәүләт органдары хеҙмәттәшлек итте – Мәскәү Хөкүмәтенән алып Рәсәй Президенты Хакимиәте, халыҡ-ара һәм йәштәр сәйәсәтенең мәсьәләләр буйынса беҙҙе Милләт эштәре буйынса федераль агентствоға (ФАДН), «Росмолодежь» ойошмаһына саҡыра башланылар. Беҙ үҙебеҙ төрлө йәштәр форумдарын үткәрә башланыҡ, төрлө майҙансыҡтарҙа эксперт булып сығыш яһаныҡ һ.б. Шулай итеп, хобби кеүек башланған ижтимағи эшмәкәрлек, үҙенә һаман күберәк иғтибар талап итте, һәм профессиональ эшкә әүерелде.

          Ә Фаилгә мин ябай ғына яуап бирҙем: «Һинең менән минең арала айырма шул: мин үҙемдең артымдан эйәрткән кешеләрҙең күҙҙәренә ҡарарға оялмайым. Барыһы ла һәйбәт юғары белем алды, уларҙың күбеһе һайлаған һөнәрендә үҫә башланы, улар ғаиләләр ҡорҙо, уларҙың балалары туған телен белә, улар власть органдарында ла, эре корпорацияларҙа ла эшләй. Миңә уларҙың һәм уларҙың атай-әсәйҙәренең күҙенә ҡарау оят түгел. Мин бер ҡасан да был йәштәрҙе шикле темаларға ылыҡтырманым, мин улар өсөн яуаплылыҡ тойҙом. Ә һин үҙеңдең артыңдан барыусыларға нимә бирҙең? Экстремизм өсөн енәйәт эштәре һәм эҙәрләүҙәр, административ иҫкәртеүҙәр? Беҙҙең һинең менән башҡорт йәмғиәтенең үҫешенә бөтөнләй төрлө ҡараш: беҙ тормошта үҙеңде табыу һәм маҡсаттарыңа ирешеү мөмкинселектәрен эҙләйбеҙ, ә һеҙ ғәйеплеләрҙе эҙләйһегеҙ, шуның өсөн дә һеҙҙән бер нимә лә килеп сыҡмай».

​          Әңгәмәбеҙҙең бер өлөшө экологик мәсьәләләр хаҡында барҙы. Ул саҡта ҡатламташ, тәбиғи декоратив таштар сығарған законһыҙ карьерҙар мәсьәләһе бик ҡәтғи тора ине.

          «Башҡорт» ойошмаһының төп ғорурлығы – ауыл биләмәләрен уратып, экологик хоҡуҡтарҙы яҡлау, законһыҙ карьерҙар һ.б. тураһында төрлө демагогия ойоштороу ине. Тәбиғәт һаҡлау һәм экология һорауҙары аша эмоциялар менән кешеләрҙең йөрәген тоҡандырып, «Башҡорт» БЙО еңел генә бөтөнләй ҡапма-ҡаршы сәйәси темаларға күсеп китә ине – һайлау системаһы, тарихи сюжеттарға сәйәси аңлатмалар биреү, властты үҙ ҡулыңа алыу (урамдарға сығығыҙ, беҙ бит тап ошо власть).

          Әммә урындағы халыҡтың бар бәләһе шунда – был саралар төптән бер нимә үҙгәртә алмай. Демагогиянан демагогияға күсеүҙән надзор һәм контроль механизмдары эшләп китмәй. Сөнки был тармаҡта коррупция бик юғары.

          Хәмитовтың ваҡыт туҡтаған осорға әйләнеп ҡайтһаҡ (ә ул ысынында ла юғалған 8 йыл булды, республикабыҙ стагнацияла, торғонлоҡта булды), шуны ла әйтеп үтәм – файҙалы ҡаҙылмалар сығарыуҙа башбаштаҡлыҡ тап шул осорҙа киң таралды. Ҡом һәм ҡырсынташ ҡушылмаһымы (ПГС), тәбиғи таштар йә сәсмә алтын булһынмы. Дәүләт яғынан тейешле иғтибар булмағанлыҡтан, проблемалар йыйылып барҙы, урындағы халыҡтың ризаһыҙлығы артты һәм бөтөнләй бер ниндәй ҙә сиктәр ҡуйылмағанлыҡтан был башбаштаҡлыҡты үрсетеп ебәрҙе. Республика башлығы миңә Ҡаҙылма байлыҡтарҙы файҙаланыу буйынса ведомство-ара комиссияһының эшен ойоштороуҙы йөкмәткәс, мин был мәсьәләләрҙе тәрәндән өйрәндем.

          Тема үтә лә ауыр, ҡануниәт һәм хоҡуҡ ҡулланыу практикаһы камиллыҡтан алыҫ, ә коррупция кимәле бер сиккә лә һыйырлыҡ түгел.

          Ошоға ҡарамаҫтан, беҙ барыбер арыу ғына һөҙөмтәләргә ирештек. 2018-2019 йылдарҙа Радий Фәрит улы тәбиғи таш буйынса законһыҙ карьер мәсьәләһе менән шәхсән үҙе шөғөлләнде. Һөҙөмтәлә, унлаған карьерҙар ябылды һәм ерҙәр яңыртыу эштәре (рекультивация) яһалды. Һәм эшҡыуарҙар тәбиғәт һаҡлау ҡануниәтен үтәй башланы, сөнки үҙҙәренә ҡиммәтерәккә төшөр ине.

          2020-2021 йылдарҙа беҙ Өфө тирәһендәге, Ҡырмыҫҡалы һәм Иглин райондарындағы биләмәләрҙә ҡом-ҡырсынташ ҡушылмаһы карьерҙары мәсьәләләре менән ныҡлап шөғөлләндек. Һөҙөмтәлә унлаған карьер ябылды.

          Ошо уҡ осорҙа беҙ сәсмә алтынды сығарыу мәсьәләһен дә үҙебеҙҙең контролгә алдыҡ. Был иң ҡатмарлы  һәм ҡаҙылма байлыҡтарға ҡағылышлы мәсьәләләрҙә иң көслө коррупцияға бирелгән тема. Мәҫәлән, беҙ Учалылағы бер компания буйынса хоҡуҡ һаҡлау органдарына материалдар бирәбеҙ. Ғаризала тәбиғәткә килтерелгән зыян иҫәпләп бирелде, ҡануниәтте боҙған бөтә закондар күрһәтелде, һәм ошо йөҙәр миллион һумлыҡ зарар енәйәт эшенә тартым икәненә шикләнмәнек тә. Әммә хоҡуҡ яҡлау системаһы компанияны административ яуаплылыҡҡа тарттырыу тураһында ҡарар сығарғас, беҙ бик ныҡ аптыраныҡ. Тимәк, закон боҙоп, дәүләттән йөҙәр миллион һумлыҡ алтынды ысын мәғәнәһендә урлап та, 15-20 меңлек администраив яуаплылыҡ менән ҡотолоп була. Быны нисек аңларға?

          Шуға беҙ Баймаҡ районында ла тәртип урынлаштыра башланыҡ, атап әйткәндә «Таналыҡ», «Графское» һәм «Весна» Яуаплылығы сикләнгән йәмғиәттәргә ҡағылды. Был компаниялар рекультивация һәм документтарҙы тәртипкә килтереү өсөн ваҡыт һораны, закон буйынса эшләргә һүҙ бирҙе, быларҙы урынына еткереү ваҡыты билдәләнде. Һөҙөмтәлә улар билдәләнгән ваҡытҡа өлгөрмәне һәм ведомство-ара комиссияла 2021 йылдың ноябрендә был фирмаларҙан лицензияларҙы кире саҡыртырға тигән ҡарар сығарылды. Шуны аңлатып үтәм, алтын буйынса лицензияны кире саҡыртыу – ул тулыһынса федераль органдарҙың вәкәләте. Һөҙөмтәлә, беҙ Роснедр етәкселегенә барып еттек, бер-нисә компанияның лицензияларын кире саҡыртыу мәсьәләһен ҡуйҙыҡ, ә унан бар башҡорт Урал аръяғында сәсмә алтын сығарыуға мораторий менән сыҡтыҡ! Һәм был иҡтисади темала ыңғырашыу урынһыҙ, сөнки сәсмә алтындан республикаға бер ниндәй ҙә файҙа юҡ, был алтын ҡаҙыусылар ноль һанлы отчет бирәләр ҙә, бюджетҡа бер нимә лә түләмәйҙәр. Ҡаҙылма эштәр буйынса эшмәкәрлеген контролдә тотоп булмай, быны Роснедрҙа ла таныйҙар, ә тәбиғәткә зыян бигерәк ҙур, шуның өсөн иң аҡыллы ҡарар – ул ҡаҙылма эштәренә мораторий һалыу.

          Ә бына хәҙер һеҙҙең иғтибарға һорау: был эштәрҙә Фаил Алсыновтың һәм йыйындарҙа демагогияның ни ҡыҫылышы? Дөрөҫ яуап – бер ниндәй ҙә. Был ҡатмарлы юридик мәсьәләләрҙе йырып сығыу өсөн көслө сәйәсмән һәм ҙур административ авторитет кәрәк ине, ә был сифаттар барыһы ла Радий Хәбировта бар. Республика Башлығының шәхси ҡатнашлығы булмаһа, был мәсьәләләр хәл ителмәҫ ине. Әммә кешеләрҙең белемһеҙлеге менән файҙаланып, «Башҡорт» БЙО демагогтары һаман да республикала бер нимә лә эшләнмәй тип халыҡты болғатыуҙы дауам итә, имеш, Фаил Алсынов ҡына шул биләмәләрҙә йәшәүселәргә ҡаҙылма байлыҡтарын сығыраусы намыҫһыҙ әҙәмдәр менән көрәшергә ярҙам итә.

          Аңлап торам, Фаил Алсынов беҙҙең әңгәмәнең йөкмәткеһен иңҡар итеп маташасаҡ, «Башҡорт» БЙО 2020 йылдан бирле суд ҡарары менән тыйылғандан бирле юҡҡа сыҡҡанына һәм Республика Башлығының уларҙың экстремистик эшмәкәрлек алып барыуға бәйле хатына таянасаҡ. Мин социаль селтәрҙәрҙә буласаҡ бысраҡ һүҙҙәргә – «хейт»ҡа ла әҙермен. Әммә дөрөҫлөк – ул бер генә, һәм мин ныҡлы ҡарашлы кешемен, һәм минең өсөн һүҙҙәрем һәм эштәрем бер юҫыҡтан барыуы принципиаль.

          Шулай итеп, дауам итәйек.

          «Башҡорт» БЙО суд ҡарары менән экстремист ойошма итеп танылыуы һәм уның эшмәкәрлеге Рәсәй Федерацияһы территорияһында тыйылыуы ғәмәлдә декларатив ҡарар булып сыҡты. Формаль рәүештә танынылар, тыйҙылар, ә ысынында был ҡарар бер нисек тә "Башҡорт" лидерҙарының һәм әүҙем ағзаларының эшмәкәрлегенә ҡағылманы. Шул уҡ ойоштороу практикаһы дауам итә, шул уҡ саралар үткәрелә, шундай уҡ популистик телмәрҙәр яңғырай. Тирә-яҡта нимә булғанын бер-ике йыл күҙәтеп, «Башҡорт» БЙО лидерҙары башҡа үҙҙәрен шулай атамаһалар ҙа, үҙҙәренең эштәрен шулай уҡ алып барырға, төпкөл ауылдарҙы урарға һәм ундағы халыҡты болғатырға, баштарын бутарға һәм бөтөнләй томаларға бер нимә лә ҡамасауламағанын аңланы. Шуның өсөн дә  «Башҡорт» БЙО хәҙер юҡ инде тигән аҡланыуҙарын суд өсөн ҡалдырһындар. Беҙ бында ысынбарлыҡ тураһында һөйләшәбеҙ.

          Махсус хәрби операция темаһы «Башҡорт» БЙО лидерҙарының эшмәкәрлегенең һәм милләт-ара татыулыҡ һәм берҙәмлек сәйәсәте араһындағы ҡапма-ҡаршылыҡтарҙы тағы ла тәрәнерәк һәм төплөрәк асты. Республика башлығы регионда нимә булғаны өсөн яуаплы, үҫеп килгән быуындар тәрбиәһе һәм халыҡтар берҙәмлеге өсөн яуаплы вазифала булғанға, ошо хатты хоҡуҡ яҡлау органдарына ебәреп, бик дөрөҫ эшләне. Ебәрмәһә лә булыр ине, әммә ебәрергә булды. Уға алып килделәрме, ул ҡултамға ҡуйҙымы, әллә хатты үҙе башлап яҙҙымы – уныһы мөһим түгел. Милләтселек һәм экстремизм акторҙарына ҡарата киҫкен ҡарашта булыуы, сәйәсәт күҙлегенән бының яуаплы ҡарар булыуы мөһим. Әйткәндәй, тәүге тапҡыр был позиция 2019 йылдың V Башҡорт ҡоролтайында яңғыраны. Шуға ла Фаилдең нимәгәлер аптырауы сәйер күренә.

          Милләтселек һәм милли ғорурлыҡ ул бер үк нәмә түгел. Милләтсе булыу һәм үҙ халҡыңа хеҙмәт итеү ҙә тиң төшөнсә түгел. Мин бар милләтселәрҙең дә дошманы – башҡорт, татар, рус һәм башҡалар, ә Украина милләтселәренә ҡаршы ҡорал тотоп көрәшкә сыҡтым. Һәм бер башҡорт милләтсеһе лә мине башҡорт халҡына хеҙмәт итмәй, тип, ғәйеп ташлай алмай. Бик күп гуманитар йүнәлештә, тел буйынса, йәштәр проекттары эшләнде һәм тормошҡа ашты, ә күпме проекттар әле алда. Минең өсөн милләтселәр менән бәхәс – ул башҡорт халҡының киләсәге хаҡында принципиаль бәхәс. Ниндәй булһа ла милләтселек дөйөм алғанда беҙҙең илгә лә, уның һәр халҡына ла зыян килтерә. Экстремизмдың был күренеше менән көрәш, миңә ҡалһа, балаларымдың киләсәге өсөн көрәш. Әйткәндәй, улар башҡортса ла, русса ла һөйләшә.

          Был бәхәстәр әле оҙаҡ ваҡыт тынмаясаҡ. Әле бик күп һынауҙарҙы үтербеҙ. Совет традицияларында формалашҡан заман башҡортоноң мәҙәниәте, донъяға ҡарашы һынды, ә яңыһы әле саҡ барлыҡҡа килә башланы. Күп осраҡта башҡорт халҡының урбанизация осоро дауам итеүе менән дә бәйле. Үкенескә ҡаршы, был объектив һәм кирегә юлы ябыҡ процесс. Кескәй ауылдарҙа иҡтисад юҡ, шуның өсөн дә район үҙәктәре аҙ ҡатлы йортло ҡаласыҡтарға әйләнә, ә район үҙәгендә йәшәүселәр сәнәғәтле ҡалаларға күсә. Һуңғы йылдарға тиклем беҙ байтаҡ өлөшөбөҙ ауылдарҙа йәшәгән халыҡ булһаҡ, хәҙер иһә меңәрләгән башҡорт йыл һайын беренсе быуын ҡала кешеләренә әүерелә. Баҙар иҡтисадындағы, ҡуланныусы йәмғиәтендәге һәм тоталь мәғлүмәт мөхитендәге ҡала кешеләренә.

          Башҡорт халҡы киләсәккә ниндәй статуста һәм ролдә аяҡ баҫасаҡ бөгөнгө көндә хәл ителә. Шул иҫәптән милләтселек менән бәхәстә. Төплө һәм киң белемле, байтаҡ профессиональ белгестәре булған халыҡ булырмы, әллә ҡара эштә йөрөгән һәм хеҙмәтләндереүсе өлкәләрҙә эшләгән халыҡ булырмы – уныһы үҙебеҙҙән тора. Аңыбыҙҙы томаларға бирәбеҙме әллә мәғрифәт юлы менән китәбеҙме?!

          Милләтселек йәтеш һәм ябай мифтарға ҡоролған томаланған, наҙан аң менән йәшәй. Әйтәйек, милләтселәрҙең шул уҡ Рәми Ғарипов тураһындағы ҡараштары нимәгә таянған була һуң? Башҡорт шиғриәтендә башҡорттарға лирика бүләк иткән кеше, уның шағир булараҡ кимәлен, әҙәбиәтебеҙгә һалған өлөшөн аңламай, унан бер карикатуралы, лубоктағылай диссидент яһайҙар. Әлбиттә, ул ундай булмаған. Яҙыусылар союзынан да ул ҡыуылмаған, Мостай Кәрим дә уны эҙәрлекләмәгән һәм шағир иҫән саҡта китаптары ла, шиғырҙары ла рәсми рәүештә баҫылған. Көндәлектәре тикшерелгән, биографияһы баҫылған. Башҡорттар, үтенеп һорайым, шул китаптарҙы ла, уның шиғырҙарын да уҡығыҙ.

          Башҡорт халҡының модернизация мәсьәләһе, уның ошо яңы заманға аяҡ баҫыуы башҡорт интеллигенцияһынан ҙур яуаплылыҡ талап итә. Был осраҡта үҙтәңҡит һәм тейешле кимәлдә үҙбаһа булыуы үтә лә мөһим.

          Башҡорт йәмғиәтенең модернизацияһы, әлбиттә, сәйәси лидерҙарҙан да тора. Һәм хәҙерге Рәсәйҙең ысынбарлығында башҡорттар араһында, минеңсә, Радий Хәбировҡа торорлоҡ шәхес юҡ. Беренсенән, ул үҙе үк мәғрифәткә ынтылышты кәүҙәләндерә, сөнки киң белемле һәм юғары кимәлдәге профессионал. Икенсенән, ул эскерһеҙлек менән байтаҡ ваҡытты башҡорт телен үҫтереү, беҙҙең тарихты һаҡлауға һәм милли кадрҙар булдырыу  һорауҙарына бағышлай, әгәр ҙә минең менән кемдер риза түгел икән, миңә Радий Хәбиров менән йәнәш ҡуйырлыҡ берәй шундай уҡ сәйәсәт эшмәкәрен миҫалға килтерегеҙ.

          Был мәҡәлә менән мин халҡыбыҙҙың уйлана белгән өлөшөнә мөрәжәғәт итәм. Әлеге ваҡиғаларға һәм үҙҙәренә тәңҡит күҙлегенән ҡарарға әҙер кешеләргә. Мин һанап үткән факттар күбеһенә билдәле, мин бер ниндәй ҙә яңылыҡ асманым, әммә уларҙы дөйөмләштерҙем һәм йәнә бер тапҡыр кем нимә эшләгәнен һәм хәлдәрҙең нисек булғанын иҫегеҙә төшөрҙөм.

 

 Лейтенант Азат Бадранов, Донбасс, 8 ноябрь 2023 йыл.

Автор:Аскарова Минзаля
Читайте нас: